Йәмғиәт
4 Сентября , 04:30

Бер ҡараш ташлап...

Яңы еңеүҙәр, мөмкинлектәр һәм стратегик проекттар. Был аҙна республикабыҙ тарихына ниндәй ваҡиғалар менән инеп ҡалды?

Бер ҡараш ташлап...Бер ҡараш ташлап...
Бер ҡараш ташлап...

✅Йәш таланттар триумфы. Һәр дүшәмбе Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре һәм район, ҡала башлыҡтары ҡатнашлығында үткән аҙнаның төп кәңәшмәһендә йәнә йәштәргә иғтибар бүленде. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы Руслан Әминевкә Рәхмәт хаты тапшырҙы. Май айында ул илдең иң йәш биш иҡтисадсыһы исемлегенә индерелгәйне. Июлдә иһә үҫмер Ҡытайҙа IX Халыҡ-ара иҡтисад олимпиадаһында көмөш миҙал яуланы. Халыҡ-ара даирәлә Рәсәй һәм Башҡортостан данын яҡлаған  вундеркиндты Радий Хәбиров ҙур еңеүе менән тәбрикләне. Киләһе йылда Өфөлә Рәсәй өсөн теүәл фәндәр буйынса интеллектуаль элита тәрбиәләүҙе маҡсат иткән Республика математика лицей-интернаты асылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Ул тап һәләтле балалар өсөн тәғәйенләнә, шуға ла  Руслан Әминевте ошо белем усағында уҡырға тейешле тәүге кандидаттарҙың береһе тип күҙаллайбыҙ.

✅Мәғарифтағы яңырыу, юғары уҡыу йорттары һәм эшсе һөнәрҙәр абруйы. Уҙған шәмбе Өфөлә ил Президенты В.В. Путин ҡатнашлығында заманса мәғариф үҙәге – 1225 балаға иҫәпләнгән 88-се мәктәптең яңы корпусын асыу тантанаһы үтте. Радий Хәбиров үҙ сығышында һуңғы йылдарҙа Өфөнөң үҙендә генә ошондай биш белем усағы асылғанын билдәләне. Республикала мәғариф учреждениеларының иҫке фондын яңыртыу эше лә йылдам алып барыла. 1 сентябрҙә төбәк етәксеһе баш ҡаланың Максим Серафимов исемендәге 40-сы белем биреү үҙәгендә булды. Рәсәй Геройы тамамлаған был мәктәп тә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән: унда күләмле төҙөкләндереү үткәрелеп, матди-техник хәле тулыһынса яңыртылған. Етәксе Максим Серафимовтың ата-әсәһе, педагогтар коллективы менән аралашты. Белем көнө уңайынан тәбрикләп, уҡыусыларға уңыштар, матур хыялдар, ҙур маҡсаттар менән йәшәүҙәрен теләне.

Шул уҡ көндә республика етәксеһе Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы асылған тармаҡ кластеры менән танышты. Эшсе һөнәрҙәрҙең популярлашыуы хаҡында уҡыу йортона инеү өсөн конкурс статистикаһы асыҡ һөйләй: быйыл бында бер бюджет урынына 18 кеше дәғүә иткән. Был – системалы аныҡ эш һөҙөмтәһе. Һуңғы биш йылда республикала 20-ләгән колледжда капиталь ремонт үткәрелеп, белем алыу, йәшәү өсөн заманса уңайлыҡтар тыуҙырылды, 58 учреждениела матди-техник хәл яңыртылып, яңы кластерҙар асылды. Бөгөн урта һөнәри белем биреү учреждениеларында уҡыу, ысынлап та, заманса, алдынғы предприятие талаптарына тура килә, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы ла арта.

Әйткәндәй, быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары былтырғы менән сағыштырғанда 3,2 процентҡа артҡан. Үҙебеҙҙең белем усаҡтарына инеүселәр һаны ла күбәйгән.

✅Инфраструктура һәм инвестициялар. Был аҙнала баш ҡаланы яҡын-тирәләге ауыл-ҡасабалар менән тоташтырған мөһим артерия – Өфөнөң Пугачев урамындағы дүрт һыҙатлы юл участкаһы файҙаланыуға тапшырылды. Яңы уҡыу йылы һәм йәйге ялдар осоро тамамланыу менән был трассала транспорт ағымы көсәйә – автоһәүәҫкәрҙәр өсөн төп юлдың асылыуы мөһим ине. Тап шуға ла, республика етәксеһенең ҡушыуы буйынса, автомобиль һыҙаттарын асыу эше тиҙләтелде. Юлсылар әле тротуарҙарҙы тәртипкә килтереүҙе дауам итә. Объектта эштәр октябргә тиклем барасаҡ, уны тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу 11 октябргә – Республика көнөнә планлаштырылған.

✅Башҡортостан донъя картаһында.  Өфөлә дүртенсе тапҡыр Халыҡ-ара геология чемпионаты – “ГеоСаҡырыу” уҙа. Сарала 14 илдән һәм Рәсәйҙең 12 төбәгенән 40 команда (йәмғеһе 300-гә яҡын студент) ҡатнаша. Был сараны ябай ярыш тип кенә баһалау хаталы. Ул – бер нисә кимәлдәге стратегик проект. Беренсенән, уникаль геологик байлыҡтары менән билдәле республикабыҙҙы халыҡ-ара даирәлә танытыу. Икенсенән, йәштәрҙә ер аҫты байлыҡтарын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыуы һәм алдынғы тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булыуы менән әһәмиәтле. Өсөнсөнән, иҡтисади һөҙөмтә – был чемпионат геология өлкәһендәге кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү, сара барышында үткән “Кадрҙар көнө”ндә йәштәргә алдынғы предприятиеларға урынлашыу мөмкинлеге менән дә мөһим.

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас