

“Кешенең холҡон белеү өсөн бер бот тоҙ ашап бөтөргә кәрәк” тип боронғолар бик дөрөҫ әйткән. Ҡарап тороуға итәғәтле, ышаныслы һымаҡ күренгән кешеләрҙең дә йылдар үткәс буш ҡыуыҡ икәнлеге асыҡлана.
Зәйнәп исемле мөләйем генә танышым үҙенең бөгөнгө бәхетле тормошо өсөн әсәһенә рәхмәтле булыуын белдерҙе.
– Студент сағымда үҙем менән бер курста уҡыған күрше район егете Илнур исемле егеткә ғашиҡ булдым. Минең өсөн донъяла унан да һәйбәтерәк, аҡыллыраҡ бер кем дә юҡ ине. Төҫкә-башҡа матур, мөһабәт кәүҙәле Илнурҙы курсташтар ҙа хөрмәт итте, ҡыҙҙар ҙа күҙен алманы. Илнурҙың икенсе берәй ҡыҙ менән йылмайып һөйләшкәнен күрһәм, көнләшеүҙән йөрәгем өҙөлөп төшөрҙәй була ине. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, өйләнешергә тигән етди ниәттәр барлыҡҡа килде.
Быны бигерәк тә Илнур ҡабаландырҙы. Йәйге каникул мәлендә алдан хәбәр итмәй, минең тыуған көнөмә тип, беҙгә килеп төштө ул. Алдан һөйләшмәгәс, минең өсөн был көтөлмәгән ваҡиға ине, атай-әсәйем дә аптырап ҡалды.
Йәйен класташтарым, аралашҡан дуҫтарым да ауылда ине. Тыуған көнөмә улар һәр ваҡыт килә торғайны. Был юлы ла күл буйына төшөп ултырырға ҡарар иттек. Шашлыҡ бешерҙек, егеттәр шарап та алғайны. Ләкин класташтарым менән ғәҙәттәгесә күңелле итеп ултыра алманыҡ. Илнурға ҡаты эсемлек күберәк эләктеме, ул егеттәр менән һүҙ көрәштерә башланы, һәр кемгә бәйләнергә кереште. Үҙен бик һауалы тотто. Хатта бер класташым менән сәкәләшеп тә алды. Табындың йәме китте, минең дә кәйефем төштө. Күл буйында төнө буйы ултырып, таңға ҡарай өйгә ҡайттыҡ.
Илнурҙың күгәргән күҙенә ҡарап, ата-әсәйем хәлде бик тиҙ аңланы. Ләкин шунда уҡ белгертмәнеләр. Ауылда хәбәр ҙә тиҙ йөрөй. Икенсе көнгә Илнур үҙҙәренә ҡайтып киткәс кенә фекерҙәрен әйттеләр.
– Был егетең бик еңел холоҡло, үҙен ҡулда тота белмәй бит. Һин ғашиҡ булғас, уның бер етешһеҙлеген дә күрмәйһең. Уға кейәүгә сығып ҡуйма, ғүмер буйы интегеп йәшәрһең. Беҙ фатиха бирмәйбеҙ, артыҡ балабыҙ юҡ, – тине әсәйем.
Бик ауыр булды яратҡан кешем тураһында бындай һүҙҙәрҙе ишетеү, әсәйемдәргә бик ҡаты итеп үпкәләнем.
Баш ҡалаға киткәнсе тиерлек йүнләп һөйләшмәнем. Уҡырға барғас, Илнурға туранан-тура атай-әсәйемдең әйткәндәрен һөйләп бирҙем, өйләнешеү менән ҡабаланмайыҡ, тинем.
Шунда Илнурҙың нисек сығырынан-сыҡҡанын күрһәгеҙ икән!
– Бер йыл буйы һин мине алдап йөрөнөң! Кейәүгә сығам тип вәғәҙә бирҙең дә һүҙеңдә тора алманың! Әсәһенең һүҙенән сыҡмаған ҡыҙ миңә кәрәкмәй, – тип күҙе аларып ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла ҡырт боролоп китеп барҙы.
Элек һәр ваҡыт итәғәтле генә һөйләшкән егетемдең икенсе тапҡыр холоҡһоҙлоғон күреп, әсәйемдең дөрөҫ әйткәненә инанып тороп ҡалдым.
Ҡыҙыуы ҡайтып, һуңынан ярашырға теләп, өндәшеп ҡараһа ла, ирей алманым, күңелем һыуынғайны. Шулай итеп беҙҙең аралар өҙөлдө. Онотоуы еңел булманы. Әммә шул саҡта хис менән генә эш итмәгәнем, һалҡын аҡыл менән уйлап ҡарар ҡабул иткәнем өсөн һуңынан шатландым. Сөнки бер йылдан үҙемдең тиңемде осратып уға кейәүгә сыҡтым. Хәҙер 15 йыл бер ғүмер һуҡмағынан атлап киләбеҙ. Ә Илнур уҡыуын да тамамлай алманы, төплө генә эше лә юҡ, әле лә тегеләй-былай һуғылып үҙ урынын таба алмай йөрөй.
Автор фотоһы.