

Әле йылы һәм ҡояшлы көндәр тора. Башҡортостан халҡы уны “әбейҙәр сыуағы” тип атарға ашыға. Әммә синоптиктар фекеренсә, был дөрөҫ түгел.
Башгидрометтың метеопрогноздар бүлеге начальнигы Гөлназ Заһитова һөйләүенсә, әлеге йылы көндәр — ул бары тик “йылы ҡайтыу” ғына, уны яңылыш әбейҙәр сыуағы тип ҡабул итәләр.
"Әбейҙәр сыуағы Башҡортостанда әле башланмаған. Был әлегә йылылыҡтың ҡайтыуы", тине ул.
Аномаль йылы һауа торошо республикала аҙна аҙағына тиклем тотҡарланасаҡ: термометр бағанаһы +23, +28 градусҡа тиклем күтәреләсәк. 6 сентябрҙә көндөң аяҙлы-болотло булыуы арҡаһында температура бер аҙ түбәнәйә — +20, +25 градусҡа тиклем.
Ысын әбейҙәр сыуағы – беҙҙең климат зонаһында сентябрҙең икенсе яртыһында күҙәтелгән классик оҙайлы ҡоро һәм йылы һауа торошо осоро.
"Быйыл әбейҙәр сыуағы булырмы, юҡмы икәнен аныҡ ҡына әйтә алмайбыҙ, сөнки был ярайһы уҡ алдан фаразлау, һәм мин хәҙер 100 процентҡа әйтә алмайым. Әле беҙҙә йәйге йылы ҡайтыуы осоро, унан һуң температура бер аҙ түбәнәйә, һәм киләһе аҙна башында яуым-төшөм ихтималлығы арта. Ә унда ҡарарбыҙ", – тип билдәләне синоптик.
Былтыр әбейҙәр сыуағы уртаса йылы булды, температура +17, +22 градус, әммә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуҙы, тип иҫкә төшөрҙө ул.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.