Йәмғиәт
5 Сентября , 12:05

Ҡала өсөн ҙур бүләк

Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы автопаркын 10 яңы автобус тулыландырҙы. 

Ҡала өсөн ҙур бүләкҠала өсөн ҙур бүләк
Ҡала өсөн ҙур бүләк

Бөгөн эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығының 65 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Республика етәксеһе предприятие коллективын юбилейы менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Һеҙҙе троллейбус идаралығының юбилейы менән ҡотлайым, ҡалаға һәм уның халҡына сәскә атыу теләйем,  – тине Радий Хәбиров. – Был көндө беҙ водителдәргә рәхмәт белдерәбеҙ. Пассажирҙарҙың уңайлылығы һеҙҙең эшегеҙҙән, машина йөрөтөү стиленән тора. Рәхмәт һеҙгә!

Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы 1961 йылдан эшләй. Башҡортостанда тәүге троллейбус тап ошо ҡалала – Өфөгә ҡарағанда бер йылға иртәрәк сыға. Көн һайын предприятие 12 троллейбус һәм дүрт автобус маршрутын хеҙмәтләндерә, йылына 11 миллионға яҡын пассажир ташый.

Автопаркты яңыртыу өсөн республика предприятиеға 10 урта класлы “Паз Вектор Next” автобусын тапшырҙы. Уларҙы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Йәмәғәт транспортын үҫтереү” федераль проекты ярҙамында һатып алғандар.

Яңы машиналар газ-мотор яғыулығында эшләй һәм 59 пассажирға тиклем ташыу өсөн иҫәпләнгән. Автобустар видеокүҙәтеү системалары, спутник навигацияһы, климат-контроль һәм ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу аппаратураһы менән йыһазландырылған. Пассажир салоны һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең сәйәхәттәре өсөн яраҡлаштырылған.

– Беҙ милли проект сиктәрендә ҙур һатып алыу яһаныҡ – һәм был беренсе өлөш кенә, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Көҙгөһөн Өфө урамдарына тағы ла 70-кә яҡын ҙур автобус киләсәк.

Төбәк етәксеһе водителдәр менән аралашты һәм республиканың Стәрлетамаҡ троллейбус паркын яңыртыу мәсьәләһен хәл итеү өҫтөндә эшләүе хаҡында хәбәр итте.

– Иҫкергән йәмәғәт транспорты – ҡала өсөн етди мәсьәләләрҙең береһе. Был мәсьәлә менән дә планлы шөғөлләнәбеҙ, яҡын арала яңы троллейбустар килтереү графигын билдәләргә тырышасаҡбыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. - Ҡала үҫә һәм бөтә райондарҙа йәшәүселәрҙең уңайлы шарттарҙа эшкә барып етеүе мөһим.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас