Йәмғиәт
5 Сентябрь , 15:15

Кешеләр һорап, етәкселәр ишеткәндә

Октябрьскийҙа яңы ижтимағи-мәҙәни үҙәк асылды.

Кешеләр һорап, етәкселәр ишеткәндәКешеләр һорап, етәкселәр ишеткәндә
Кешеләр һорап, етәкселәр ишеткәндә

Бөгөн Октябрьскийға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Московка биҫтәһендә урынлашҡан яңы ижтимағи-мәҙәни үҙәк эшмәкәрлеге менән танышты. Милли мәҙәниәттәр үҙәге филиалы булған объект төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса төҙөлдө һәм ҡаланың 80 йыллығына асылды.

Үҙәк директоры Гөлназ Сәхәбетдинова һөйләүенсә, бинаның дөйөм майҙаны – 440 квадрат метр. Концерт залы 97 урынға иҫәпләнгән, шул иҫәптән аҙ хәрәкәтсән халыҡ өсөн. Бында шулай уҡ балалар һәм өлкәндәр өсөн вокал һәм хореография студияһы, түңәрәктәр һәм секциялар өсөн кабинеттар урынлашҡан.

Үҙәкте ҡараған саҡта Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн маскировка селтәрҙәре үргән көмөш ирекмәндәр менән аралашты. Улар быуындарҙы берләштергән һәм коллективтарға заманса уңайлы шарттарҙа шөғөлләнергә мөмкинлек биргән яңы ҡала мәҙәни киңлеге өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

– Бик матур килеп сыҡты, күңел шатлана, – тине Радий Хәбиров үҙәккә барғандан һуң. – Кешеләр ныҡышмалы рәүештә һорағанда, ә муниципалитет башлығы уларҙы ишеткәндә, тап ошондай объекттар барлыҡҡа килә лә инде.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас