

Октябрьскийҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың 80 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Ул халыҡты ошо мөһим дата менән ҡотланы, шулай уҡ яңыртылған йәмәғәт киңлектәре менән танышты.
Октябрьский ҡалаһы – Башҡортостандың көнбайышында урынлашҡан ҙур сәнәғәт үҙәге, уға 1946 йылда нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү менән бәйле нигеҙ һалына. Ҡала ағалы-ҡустылы Весниндарҙың генераль планы буйынса төҙөлә, шуның арҡаһында уны “бәләкәй Петербург” тип атайҙар. Тарихи үҙәкте 1940 - 1950 йылдарҙағы колонналы, орнаментлы һәм аркалы аҙ ҡатлы биналар биҙәй.
Ҡала халҡы – 116 меңдән ашыу кеше башлыса яғыулыҡ-энергетика комплексы һәм машиналар эшләү предприятиеларында эшләй. Бынан тыш, социаль өлкә әүҙем үҫешә. Ҡалала мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм спорт объекттары төҙөлә, шулай уҡ йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндерелә.
Тантаналы сара башланыр алдынан Радий Хәбиров “Нефтсе” мәҙәниәт һәм ял паркындағы байрам майҙансыҡтарын ҡараны. Бында төрлө тематик зоналар, шул иҫәптән “Сәскә ат, яратҡан ҡалам” сәскәләр күргәҙмәһе, ретроавтомобилдәр, тарихи фотоһүрәттәр һәм художестволы эштәр экспозицияһы, шулай уҡ Китапхана яланы эшләне. Бында уҡ “Октябрьский – оҫталар ҡалаһы” һәм бард йыры фестивалдәре үтте, хәрби-патриотик һәм балалар интерактив майҙансыҡтары эшләне, ә спорт зонаһында “Бөтә ғаилә менән - ГТО!” старттары үтте.
Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский юбилей алдынан паркта Октябрьскийҙа тыуып үҫкән ете Социалистик Хеҙмәт Геройының бюстары ҡуйылыуы хаҡында һөйләне. Иҫтәлекле аллеяны булдырыуға урындағы скульптор Рәмил Шәфиғуллин ҙур өлөш индерә.
Радий Хәбиров “Оберег” төркөмө ирекмәндәре менән аралашты. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ирекле ойошма эшмәкәрлеге менән таныша, маскировка селтәрҙәре һәм камуфляж костюмдары үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, окоп шәмдәре, тактик носилкалар һәм ҡоро душтың нисек эшләнгәнен белә ала. Республика Башлығы ирекмәндәргә уларҙың эше өсөн рәхмәт әйтте.
– Әле беҙ “МХО ирекмәндәре” рәсми статусын булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Йөрәге ҡушыуы буйынса яугирҙәребеҙгә Башҡортостандың меңдәрсә кешеһе ярҙам күрһәтә. Беҙ уларға ошо эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт әйтергә тейешбеҙ, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Егеттәребеҙгә фиҙакәр ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Улар өсөн был бик мөһим.
Артабан республика Башлығы Юнармия йорто эшмәкәрлеге менән танышты. Үткән йылдың яҙында ҡаланың Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайына Юнармия әҙерлеге үҙәге статусы бирелде. Октябрьский Юнармия йорто – Башҡортостанда беренсе. Бында балалар тарихи мираҫты һаҡларға өйрәтә. Улар төрлө социаль акцияларҙа һәм һөнәри йүнәлеш биреү сараларында ҡатнаша, шулай уҡ ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып бара. Юнармия йорто вәкилдәре Октябрьскийҙа “Патриот” паркының филиалдарының береһен ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаны, унда республиканың көнбайыш төбәктәрендә йәшәгән егеттәр саҡырылышҡа тиклемге әҙерлек үтә алыр ине. Төбәк етәксеһе тәҡдимдең ентекле эшкәртеү талап итеүен билдәләне.
Тематик майҙансыҡтарҙа Радий Хәбиров шулай уҡ “Герой ҡатыны” күргәҙмәһен һәм махсус хәрби операция геройҙарына арналған картиналар экспозицияһын ҡараны.
Үҙенең сығышында Башҡортостан Башлығы ҡала халҡына тырышлығы һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Октябрьский бөгөн – үҫешкән сәнәғәтле, уңайлы мөхитле, йыл һайын яңы матур объекттар барлыҡҡа килгән бик көслө ҡала. Һәм иң мөһиме – һеҙ, әлбиттә, хөрмәтле кешеләр. Хеҙмәтегеҙ өсөн тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Ҡаланың тыуған көнөндә 80 йыл элек хәҙерге Октябрьскийға нигеҙ һалған кешеләргә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн илебеҙ, республикабыҙ ҡатмарлы һынауҙар үтә. Киләсәгебеҙ уларҙы нисек үтеүгә, ышанысҡа, бер-беребеҙгә ярҙам итеү мөмкинлегенә бәйле. Һәр замандың үҙ геройҙары бар. Беҙҙең төп геройҙарыбыҙ – Ватанды һаҡлаусы егеттәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Октябрьский халҡына уңыштар, яҡшы кәйеф һәм матур, иҫ киткес киләсәккә ышаныс теләйем!
Ҡала халҡын Ҡала көнө менән муниципалитет башлығы Алексей Пальчинский ҙа ҡотланы.
– 80 йыл эсендә Октябрьский ҙур һәм данлы юл үтте, заманса үҫешкән сәнәғәт һәм социаль үҙәккә әйләнде. Был – тыуған ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләрҙең бер нисә быуынының намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһе, – тип билдәләне Алексей Пальчинский. – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташтарыбыҙ фронтта һәм тылда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Бергәләп яңы саҡырыуҙарҙы ла еңеп сығасаҡбыҙ. Был ауыр ваҡытта бөтә халыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн берләшә. Ватанды һаҡлаусыларға еңел булмаған хәрби хеҙмәте өсөн рәхмәт. Предприятие һәм ойошма етәкселәренә, ирекмәндәргә, битараф булмаған яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт. Бергәләп беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ һәм Октябрьский үҫһен һәм сәскә атһын өсөн артабан да эшләйәсәкбеҙ. Республика ярҙамы менән сәнәғәтте үҫтереүҙе, яңы социаль объекттар төҙөүҙе, парктар һәм скверҙарҙы төҙөкләндереүҙе дауам итәсәкбеҙ. Бөтә халыҡҡа именлек, тыныслыҡ һәм бөтә башланғыстарҙа уңыштар теләйем!
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.