Йәмғиәт
5 Сентября , 12:15

Стәрлетамаҡҡа - 260 йыл!

Башҡортостан Башлығы Стәрлетамаҡта “Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә ҡатнашты. 

Стәрлетамаҡҡа - 260 йыл!Стәрлетамаҡҡа - 260 йыл!
Стәрлетамаҡҡа - 260 йыл!

5 сентябрҙә Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алтынсы тапҡыр уҙғарылған “Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә булды. Быйыл ул ҡаланың 260 йыллығына арнала.

Фестивалде үткәреү идеяһы Стәрлетамаҡтың бай сауҙагәрҙәр тарихы арҡаһында барлыҡҡа килгән – XIX быуатта ҡала эре сауҙа үҙәге булған, ә уның сауҙагәрҙәре эшҡыуарлыҡ һәм меценатлыҡ менән дан тотҡан. Сараның төп үҙенсәлеге – XIX быуатта өйәҙ ҡалаһы мөхитенә тулыһынса сумыу. Был профессиональ декораторҙар тарафынан биҙәлгән стилләштерелгән сауҙа рәттәре, арбалар, боронғо һауыт-һаба һәм яҙыуҙар. Ҡунаҡтарҙы сауҙагәрҙәр, глашатайҙар, ҡумтасылар һәм ҡала кешеләре образдарында актерҙар ҡаршы ала. Шуны билдәләп үтәйек, “Сауҙагәр 2.0” ваҡиғалар туризмы өлкәһендәге абруйлы милли премиялар һәм конкурстар еңеүсеһе булды.

Быйыл сара өс көн дауамында – 4 сентябрҙән 6-һына тиклем үтә. Уның сиктәрендә бер нисә майҙансыҡ, шул иҫәптән һөнәрселек йәрминкәһе һәм гастрономия зонаһы эшләй.

Радий Хәбиров Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң милли-мәҙәни үҙәктәре күргәҙмәһен, “Задворки” йәштәр майҙансығын, шулай уҡ трактир урамын ҡараны, унда шул иҫәптән республиканың төп аҙыҡ-түлек сәнәғәте компаниялары стендтары менән танышты.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ бал күргәҙмәһендә һәм һөнәрселек йәрминкәһендә булды, унда Рәсәй, Үзбәкстан, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан ҡалаларынан 310-дан ашыу оҫта үҙ продукцияһын тәҡдим итте.

“Юбилей верстаһы” тематик майҙансығында Стәрлетамаҡтың ҙур предприятиелары үҙҙәренең ҡаҙаныштары һәм ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө менән таныштырҙы.

Радий Хәбиров йәйге каникулдарҙа Стәрлетамаҡ предприятиеларында эшләгән студент отрядтары вәкилдәре менән дә аралашты. Балалар төбәк етәксеһенә хәрәкәткә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы ҡаланың йылдам үҫешен билдәләне һәм ҡаланың юбилейына “Стәрлетамаҡ ғорурлығы” маҡтаулы наградаларын тапшырҙы.

– Стәрлетамаҡҡа – 260 йыл. Был - республиканың иң ҡеүәтле сәнәғәт үҙәге. Һәм беҙ уға бергәләп сәскә атыуын теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һәр ҡалала иң мөһиме – кешеләр. Ҡәҙерле Стәрлетамаҡ халҡы, хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ өсөн минән тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Бөтә ил һәм республика менән бергә һеҙ бик ҡатмарлы осор кисерәһегеҙ, һуңынан был осор тураһында китаптар һәм легендалар яҙылыр. Әммә мин был юлды лайыҡлы, бер-беребеҙгә хөрмәт һәм ышаныс менән үтеүебеҙҙе теүәл беләм. Бергәләп илебеҙ мәнфәғәтендә эшләйәсәкбеҙ, егеттәребеҙгә махсус хәрби операцияла ярҙам итәсәкбеҙ. Тыуған көнөң менән, Стәрлетамаҡ! Тыныслыҡ, изгелек һәм сәскә атыу теләйем!

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республикала креатив индустриялар өлкәһен үҫтереү өсөн “Сауҙагәр 2.0” фестиваленең әһәмиәтен юғары баһаланы.

– "Сауҙагәр 2.0" – Стәрлетамаҡ һәм Башҡортостандың визит карточкаһы. Был ысын ҙур республика фестивале, бында сит илдәрҙән дә киләләр. Бик яҡшы тарих – ҡала ижади, талантлы кешеләрҙең энтузиазмын һәм уларҙың башланғыстарын хуплай, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас