

Сөн йылғаһы ҡушылдығы буйында, саф һыулы шишмәләр сылтырап аҡҡан тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Баҙғыя ауылы йомарт ҡояшы, алсаҡ кешеләре менән ҡаршы алды. Шаран районы үҙәгенән 17 саҡрымда ятҡан ауылдың тарихы 1762 йылдарға барып тоташа. Сал тарих биттәренән күренеүенсә, сыуаш крәҫтиәндәре Ҡазан юлы Ҡыр-Йылан волосының аҫаба башҡорттары менән килешеү буйынса ошо ерҙәргә нигеҙ һала.
Күпме йылдар үтһә лә, халыҡ игенселек, умартасылыҡ һәм малсылыҡ менән шөғөлләнеүен дауам итә. 500-гә яҡын кеше йәшәгән ауылда донъя көтөү өсөн бөтә шарттар бар: урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, балалар баҡсаһы, хатта ғибәҙәтхана... Башҡортостандың билдәле яҙыусыһы Йософ Гәрәйҙең тыуған ауылы төрлө милләт кешеләрен – сыуаш, башҡорт, татар, урыҫ халыҡтарын берләштергән, һәр береһенең ошо телдәрҙә иркен һөйләшә белеүе үҙе ғәжәп күренеш. Йылдар буйына бер-береһенең теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, традицияларына хөрмәт менән ҡарарға өйрәнгән баҙғыяларҙың ниндәй милләттән булыуын да асыҡлауы ҡыйын.
Беҙ бөгөн Туймазынан килен булып төшкән Вәсилә һәм ошо ауылда тыуып үҫкән Риф Васильевтарҙың иркен йортонда. Ике ҡыҙҙары ла буй еткереп, белем алып, сит тарафтарға таралышҡан. Анастасия Башҡортостан аграр университетын тамамлаған, Иглин ҡасабаһында донъя көтә, иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Наталья – шәфҡәт туташы, ике бала әсәһе. “Өй бушап ҡалғандай тойолһа ла, бала-саға тауышы беҙҙә тынғаны юҡ, алты ейән-ейәнсәребеҙ ялдарҙа ҡунаҡҡа тып итеп килеп етә”, – тип йылмая Вәсилә Ғәлимулла ҡыҙы.
Был ныҡлы, татыу ғаиләнең тарихы үткән быуаттың һикһәненсе йылдарына барып тоташа. Егеттең Баҙғыяға ҡунаҡҡа килгән тыйнаҡ, һылыу ҡыҙға күҙе төшмәй ҡалмай, әлбиттә. Йәштәр танышҡандан һуң байтаҡ ваҡыт дуҫлашып, аралашып йәшәй. Риф Рай улы армияла хеҙмәт итә, аҙаҡ Силәбелә, Себер тарафтарында водитель булып эшләй. Вәсилә Ғилмулла ҡыҙының әйтеүенсә, “ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләргә тура килде. Бер эштән дә ҡурҡманыҡ, сирҡанманыҡ. М.Егоров исемендәге колхоздың сусҡасылыҡ фермаһында, балалар баҡсаһында эшләнем, 25 йыл ҡарттар йортонда ашнаҡсы булдым”. Утыҙ йыл буйы ҡәйнәһе менән бергә йәшәп, уның фатихаһын алған уңған килен дә бит ул.
Риф Васильев комсомол путевкаһы менән Уренгойҙа ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң Нефтеюганскиҙа быраулау эшендә тағы ике йыл ваҡытын уҙғара. Тыуған төбәген күңеленән бер ҡасан да сығармаған ир төплө ҡарарға килеп, ауылға ҡайтып, колхозда токарь булып 19 йыл эшләй. Үкенескә ҡаршы, колхоздың тарҡалыуы тормошто яңынан ҡорорға, заман көйһөҙлөктәрен урап үтеп, яңы юлдар, мөмкинлектәр эҙләргә мәжбүр итә.
– Ауыл кешеһе бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып, кемдәндер ярҙам көтөп ултыра алмай. Йыл да диләнкә алып, урман ҡырҡырға, бура бурап һатырға тура килде. Һуңғы йылдарҙа мал-тыуар үрсетеүгә тотондоҡ. Әле ҡатыным менән ике һыйыр тотабыҙ, “катум” тоҡомло 18 һарыҡ аҫрайбыҙ. Был һарыҡтар бик үҙенсәлекле, беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлашҡан, ите тәмле, йылына ике тапҡыр бәрәс килтереүе менән уларҙы аҫрау файҙалы. ”Романовка” тоҡомло һарыҡтарыбыҙ ҙа бар. Уларҙы көтөү өсөн биләмә алғанбыҙ, төндә генә ихатаға алып ҡайтабыҙ, – ти йорт хужаһы.
Васильевтарҙың ихатаһында ниндәй генә техника юҡ – бесән преслаусы, ер һөрөүсе МТЗ-80 тракторы, тағы ла ҡеүәтлерәк МТЗ- 82 тракторы, өс тәгәрмәсле “Муравей” мотоциклы, автомобиль... Вәсилә Ғилмулла ҡыҙы үҙе лә бик оҫта водитель булып сыҡты. Ғөмүмән Шаранда танышырға тура килгән аҫыл зат вәкилдәренең “заман башҡа - заң башҡа”, тигәндәй, барыһының да “тимер ат”ты ҡыйыу йүгәнләүҙәренә, тигеҙ булмаған, соҡор-саҡырлы урындарҙа ла оҫта йөрөтөүҙәренә таң ҡалдыҡ.
– 11 гектарҙа һатыу өсөн арпа сәсәбеҙ, күп йыллыҡ үлән үҫтерәбеҙ, алты-ете гектар ерҙә ашлыҡ һуҡтырабыҙ. Комбайнерҙы яллап эшләтәбеҙ, сөнки барыһына ла өлгөрөп булмай, – ти Риф Рай улы.
– Ауылда уңғанлыҡтан тыш, бөтә эштәреңде тигеҙ алып барыу мотлаҡ, бер көндөң йылды хәл итеүе билдәле. Мал-тыуар тота алһаң, файҙаһы ла күп. Мин үҙем ҡаймағын да, эремсек-ҡатығын да һатам, алырға теләүселәр етерлек. Шәхси хужалыҡты тотоу рәхәт түгел, техникаһы, запчасы, соляркаһы кәрәк, өҫтәүенә ваҡытында ергә, өйгә, транспортҡа һалымдарҙы түләргә оноторға ярамай. Үкенескә ҡаршы, ауыл ҡартая, ҡайһы берәүҙәр малдарын бөтөрөргә тырыша, уның сәбәптәре етерлек, әлбиттә, – ти Вәсилә Ғилмулла ҡыҙы. – Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашабыҙ. “Узелок Победы” чатында төркөмөбөҙ бар. Яҡташтарыбыҙҙың еңеү менән ҡайтып, ауыл тормошона әүҙем ҡушылыуҙарын көтәбеҙ.
Динә Арыҫланова.
Шаран районы.
Резеда Шәңгәрәева фотоһы.