

Был донъяла нисә кеше булһа, шунса яҙмыш. Мәрйәм исемле йәш кенә ҡатындың оло йөрәкле булыуына таң ҡалырлыҡ. Уның һөйләгәндәрен тыңлайыҡ.
–Бәләкәй генә ауылда тыуып-үҫтем. Үҙемде белә-белгәндән өләсәйем менән олатайым һәм атайым тәрбиәһендә үҫтем. Бер генә һүҙем дә юҡ, улар миңә шул тиклем матур күңел тәрбиәһе бирҙе, эшкә лә өйрәтеп үҫтерҙе. Бары тик әсәйемдең булмауы ғына күңелемдең китек бер өлөшө ине. Үҫә төшкәс, әсәйемдең ошо уҡ ауылда йәшәүе тураһында ишеттем. Уны урамда күрһәм, уның янына барып һөйләшкем килә торғайны. Ләкин әсәйем мине һәр ваҡыт күрмәмеш булып үтеп китте. Тыуған көнөмә ниндәйҙер бүләк биреү түгел, унан бер генә йылы һүҙ ҙә ишетмәнем. Яйлап әсәйем менән аралашыу теләгенән төңөлдөм. Ләкин уның миңә ҡарата битарафлығының сәбәбен бер ҡасан да аңлай алманым. Сөнки атайым менән улар араһында булған ваҡиғала минең бер генә ғәйебем юҡ. Өләсәйем һөйләүенсә, йәшләй генә бер-береһен оҡшатып дуҫлаша улар. Атайым хәрби хеҙмәткә китер алдынан никах уҡыталар. Күп тә үтмәй мин яҡты донъяға килгәнмен. Ул ваҡытта егеттәр армияла ике йыл хеҙмәт иткән була. Әсәйем ҡәйнәһе, ҡайныһы менән бер йортта донъя көтә. Бала ҡарарға кеше булғас, миңә бер йәш тулыу менән ауылда һатыусы булып эшкә сыға. Йәш, матур ваҡыты. Уға иғтибар итеүсе егеттәр ҙә күп була. Шул ваҡыт ул үҙебеҙҙең ауылдан оҙаҡ ваҡыт өйләнмәй йөрөгән механизатор егет менән бәйләнеп китә. Балаһына ҡарата һөйөүен дә һүндерә алған ниндәй мөхәббәт булғандыр улар араһында, әсәйем берҙән-бер көндө өйгә бөтөнләй ҡайтмай. Теге егеткә кейәүгә сығып, йәшәп алып китә. Атайым армиянан ҡайтҡас уға барып ҡарай. “Бала хаҡына бергә йәшәйек. Ҡыҙыбыҙҙы әсәй һөйөүенән мәхрүм итмә” тиеүҙәре лә уның күңелен иретмәй.
Нимә генә эшләһәм дә, атайым, өләсәйем менән олатайым миңә терәк булды. Мәктәптән һуң уҡытыусы һөнәренә эйә булып, тыуған ауылыма эшкә ҡайттым, үҙебеҙҙең ауыл егетенә тормошҡа сыҡтым. Байтаҡ йылдар уҡытыусы, мәктәп директоры булып хеҙмәт иттем. Бер ауылда йәшәһәк тә, әсәйем менән аралашманыҡ. Уның тарафтан йылылыҡ булмағас, мин дә тартылманым. Шулай ҙа әсәйемдең тормошонан уңмауын белә инем. Атайымды ташлап сығып киткән яңы ире бер ҙә уны ҡәҙерләмәне. Ауылда ул ирҙең йөрөмтәл тигән даны таралды. Уртаҡ балалары ла булманы. Һуңынан башҡа ауылға икенсе бер ҡатынға сығып китте. Олоғайған көнөндә әсәйем бер кемһеҙ яңғыҙы тороп ҡалды. Мәктәп уҡыусылары уға ярҙамға йыш ҡына барҙы. Тимурсылар баҡсаһын уташты, ҡарын таҙартышты.
Һуңғы осор уның һаулығы ныҡ ҡаҡшаны. Аралашмаһаҡ та, бөтөнләй сит кеше түгел, ул мине донъяға килтергән. Ҡарттар йортона тапшырырға намыҫым ҡушмай. Тере ҡыҙы була тороп, ундай аҙымға бара алмайым. Ирем менән кәңәшләшкәндән һуң уны үҙебеҙгә алып ҡайтырға булдыҡ. Беҙҙең тәҡдимде ишетеп, әсәйем шул тиклем аптыраны, тәүҙә ышанмай торҙо.
–Һинең алда ғәйебем ҙур, ҡыҙым. Бала сағыңда урамда осраһаң, миңә тилмереп ҡарап үтеп китә инең. Шул ҡарашың әле лә күҙ алдымда. Шунда ҡосағыма алып, бер йылы һүҙ әйтмәнем. Иремдән ныҡ ҡурҡтым. “Мин йәки балаң” тип аралашыуҙы ныҡлы тыйғайны. Һуңынан үкендем дә бит, һуң ине. Был донъяла сабыйыңдан ҡәҙерлерәк бер кемдең дә булмауын бик һуңлап аңланым, – тине ул күҙҙәре йәшләнеп.
Әсәйемде үҙебеҙгә алғанға үкенмәйем. Уның бер зыяны ла юҡ, тауыш-тыны сыҡмай, барыһына ла риза булып рәхмәттәр әйтеп ултыра. Өҫтө ҡараулы, тамағы туҡ. “Мине үҫтермәнең”, тип ҡарттар йортона илтеп тапшырһам, күңелем тыныс булмаҫ ине, – тип һөйләне танышым.
Автор фотоһы.