

Йәш таланттар триумфы. Һәр дүшәмбе Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре һәм район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында үткән аҙнаның төп кәңәшмәһендә йәнә йәштәргә иғтибар бүленде. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы Руслан Әминевкә Рәхмәт хаты тапшырҙы. Май айында ул илдең иң йәш биш иҡтисадсыһы исемлегенә индерелгәйне. Июлдә иһә үҫмер Ҡытайҙа IX Халыҡ-ара иҡтисад олимпиадаһында көмөш миҙал яуланы. Халыҡ-ара даирәлә Рәсәй һәм Башҡортостан данын яҡлаған вундеркиндты Радий Хәбиров ҙур еңеүе менән тәбрикләне. Киләһе йылда Өфөлә Рәсәй өсөн теүәл фәндәр буйынса интеллектуаль элита тәрбиәләүҙе маҡсат иткән Республика математика лицей-интернаты асылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Ул тап һәләтле балалар өсөн тәғәйенләнә, шуға ла Руслан Әминевте ошо белем усағында уҡырға тейешле тәүге кандидаттарҙың береһе тип күҙаллайбыҙ.
Башҡортостан уҡыусыларынан аҙна аҙағында ла һөйөнөслө яңылыҡ килде. Республиканың йыйылма командаһы Ҡаҙағстанда үткән халыҡ-ара турнирҙа алтын миҙалға лайыҡ булды. Улар математика, физика, химия һәм информатика буйынса көс һынашты.
Мәғарифтағы яңырыу, юғары уҡыу йорттары һәм эшсе һөнәрҙәр абруйы. Уҙған шәмбе Өфөлә ил Президенты В. Путин ҡатнашлығында заманса мәғариф үҙәген – 1225 балаға иҫәпләнгән 88-се мәктәпте асыу тантанаһы үтте. Радий Хәбиров үҙ сығышында һуңғы йылдарҙа Өфөлә генә лә ошондай биш белем усағы асылыуын билдәләне. Республикала мәғариф учреждениеларының иҫке фондын яңыртыу эше лә йылдам алып барыла. 1 сентябрҙә төбәк етәксеһе баш ҡаланың Максим Серафимов исемендәге 40-сы белем биреү үҙәгендә булды. Рәсәй Геройы тамамлаған был мәктәп тә үҙгәргән: унда күләмле төҙөкләндереү үткәрелеп, матди-техник база яңыртылған. Етәксе Максим Серафимовтың ата-әсәһе, педагогтар коллективы менән аралашты. Белем көнө уңайынан тәбрикләп, уҡыусыларға уңыштар теләне һәм матур хыялдар, ҙур маҡсаттар менән йәшәүҙәрен теләне. (Әйткәндәй, Радий Хәбиров башҡарылған эштең еренә еткерелеүенә һәр саҡ иғтибар бүлә. Аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында ул Өфөнөң 40-сы мәктәбендәге ремонт эшен еренә еткерергә тигән күрһәтмә һәм уны үтәү өсөн бер ай ваҡыт бирҙе).
1 сентябрҙә республика етәксеһе Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында “Профессионалитет” федераль проекты нигеҙендә асылған тармаҡ кластеры менән танышты. Эшсе һөнәрҙәрҙең популярлашыуы хаҡында уҡыу йортона инеү өсөн конкурс статистикаһы асыҡ һөйләй: быйыл унда бер бюджет урынына 18 кеше дәғүә иткән. Был – системалы аныҡ эш һөҙөмтәһе. Һуңғы биш йылда республикала 20-ләгән колледжда капиталь ремонт үткәрелеп, белем алыу һәм йәшәү өсөн заманса уңайлыҡтар тыуҙырылды, 58 учреждениела матди-техник база яңыртылып, яңы кластерҙар асылды. Бөгөн урта һөнәри белем биреү учреждениеларында уҡыу, ысынлап та, заманса, алдынғы предприятие талаптарына тура килә, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы ла арта.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары былтырғы менән сағыштырғанда 3,2 процентҡа артҡан. Үҙебеҙҙең мәғариф учреждениеларын һайлағандар һаны ла бермә-бер артҡан.
Балалар именлеге. Был теманы ла урап үтә алмайбыҙ. Республика етәксеһе оператив кәңәшмәлә уҙған аҙнаға йомғаҡ яһап, Кушнаренко районында һәм Нефтекама ҡалаһында теркәлгән күңелһеҙ осраҡтарға туҡталды. Тәүгеһендә үҫмер бысаҡ менән класташын йәрәхәтләй, ә икенсеһендә янғында өс бала һәләк була. Беренсе осраҡта уҡыусы тулы һәм ҡәҙимге ғаиләлә үҫһә, Нефтекамала иһә – махсус иҫәптә торған ғаилә. Икеһендә лә, әлбиттә, ололар ғәйепле. Радий Хәбиров, Кушнаренко гимназияһы директоры эшенән китергә тейеш, тип белдерҙе, мәғариф учреждениеһында белем алған балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булыуы, аңлашылмаусанлыҡ тыуған осраҡта контролгә алыныуы мөһим. Радий Хәбиров Кушнаренко районы хакимиәте башлығына ла ҡәтғи һорауҙар бирҙе, республиканың Мәғариф министрлығына аныҡ талаптар ҡуйҙы. Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығына иһә утта һәләк булған балаларҙы ерләү мәсьәләһен шәхси контролгә алырға ҡушылды. Был – “беҙҙең өсөн сит балалар юҡ” тигән принцип күрһәткесе.
Һаулыҡ һаҡлау тармағы яңылыҡтары. Башҡортостанда һаулыҡ һаулыҡ тармағы, бигерәк тә беренсел ярҙам күрһәтеү кимәле һуңғы йылдарҙа ҙур яңыртыу үтте. Бик күп ФАП-тар асылды, район-ҡалаларҙа поликлиникалар төҙөкләндерелә. Йәнә республиканың юғары квалификациялы белгестәре ауылдарға сыға. Был аҙнала “Сәләмәтлек поездары” быйылға үҙ эшен тамамланы. Мәғариф учреждениелары кеүек, һаулыҡ һаҡлау ойошмалары ла ни тиклем төҙөкләндерелмәһен, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылмаһын, төп көс – табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре. Үткән аҙнаның шәп яңылығы тап аҡ халатлыларға бәйле булды. Республиканан ете медицина хеҙмәткәре “Илдең иң яҡшы табибы” исемлегенә эләкте.
Инфраструктура һәм инвестициялар. Был аҙнала баш ҡаланы яҡын-тирәләге ауыл-ҡасабалар менән тоташтырған мөһим артерия – Өфөнөң Пугачев урамындағы дүрт һыҙатлы юл участкаһы файҙаланыуға тапшырылды. Яңы уҡыу йылы һәм йәйге ялдар осоро тамамланыу менән был трассала транспорт ағымы бермә-бер арта – автоһәүәҫкәрҙәр өсөн төп юлдың асылыуы мөһим ине. Тап шуға ла, республика етәксеһенең ҡушыуы буйынса, автомобиль һыҙаттарын асыу эше тиҙләтелде. Юлсылар әле тротуарҙарҙы тәртипкә килтереүҙе дауам итә. Объектта эштәр октябргә тиклем барасаҡ, уны тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу 11 октябргә – Республика көнөнә планлаштырылған.
Брендҡа әйләнгән саралар. Уҙған ял көндәрендә Стәрлетамаҡта “Сауҙагәр” фестивале үтте. Ул ҡаланың тыуған көнө менән бергә үткәрелде. Фестивалдә республика етәкселеге лә ҡатнашты. Ҡаланы тыуған көнө менән ҡотлап, Радий Хәбиров урындағы маршруттар өсөн өр-яңы автобустар тапшырҙы. Стәрлетамаҡтағы “Сауҙагәр” фестивалендә “Мин башҡортса һөйләшәм” тип исемләнгән йәштәр байрамы ла ойошторолдо. Республика етәксеһе “Сауҙагәр” ише саралар аша Башҡортостандың район һәм ҡалаларына туристарҙы йәлеп итеү маҡсатын ҡуйғайны. Башҡорт телен пропагандалауға саҡырған заманса саралар ҙа – төбәк етәкселеге алып барған милли сәйәсәттең бер өлөшө.
Башҡортостан донъя картаһында. Өфөлә дүртенсе тапҡыр Халыҡ-ара геология чемпионаты – “ГеоСаҡырыу” уҙа. Сарала 14 илдән һәм Рәсәйҙең 12 төбәгенән 40 команда (йәмғеһе 300-гә яҡын студент) ҡатнаша. Был сараны ябай ярыш тип кенә баһалау хаталы. Ул – бер нисә кимәлдәге стратегик проект. Беренсенән, уникаль геологик байлыҡтары менән билдәле республикабыҙҙы халыҡ-ара даирәлә танытыу. Икенсенән, йәштәрҙә ер аҫты байлыҡтарын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм алдынғы тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булыуы менән әһәмиәтле. Өсөнсөнән, иҡтисади һөҙөмтә – был чемпионат геология өлкәһендәге кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү, сара сиктәрендә үткән “Кадрҙар көнө”ндә йәштәргә алдынғы предприятиеларға урынлашыу мөмкинлеге менән дә мөһим.