Йәмғиәт
7 Сентября , 08:40

Республика Башлығы Хакимиәтенең элекке етәксеһенең ғаиләһендә фажиғә

Радий Хәбиров уның ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм иртәгә баланы ерләшергә барыуын әйтте. 

Республика Башлығы Хакимиәтенең элекке етәксеһенең ғаиләһендә фажиғәРеспублика Башлығы Хакимиәтенең элекке етәксеһенең ғаиләһендә фажиғә
Республика Башлығы Хакимиәтенең элекке етәксеһенең ғаиләһендә фажиғә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө аҙналыҡ кәңәшмәһен Александр Сидякиндың ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашыу һүҙҙәре менән башланы.

– Беҙҙең менән оҙаҡ йылдар эшләгән иптәшебеҙҙең ҡыҙы фажиғәле һәләк булды. Әлбиттә, мин уның янына бармайынса булдыра алманым. Кисә янында булдым, бөгөн кәңәшмәгә ҡайтып өлгөрҙөм. Баланың йөрәге сирле ине, ауырыуға ҡаршы оҙаҡ көрәште, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле һәләк булды. Ерләү иртәгә Мәскәүҙә була, мин шунда буласаҡмын, — тине Радий Хәбиров.

Александр Сидякин 2018 йылдан 2021 йылға тиклем республика Башлығы Хакимиәтенә етәкселек итте, әле “Берҙәм Рәсәй”ҙең Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе.

Фото: ГорОбзор.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас