

9 сентябрҙә Өфөлә Абхазия Президенты Бадра Гунба һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Совет майҙанында булды. Бында улар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды.
Майҙанда төбәк етәксеһе Абхазия Президентына мемориаль комплекстың концепцияһы тураһында һөйләне. 2022 йылдың 11 октябрендә Республика көнөндә асылған скульптур композиция 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командирына, уның билдәле атлыларына һәм Ватанды һаҡлаусыларға арналған. Һәйкәлдең авторы – скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков.
Республика Президенты Бадра Гунба етәкселегендәге Абхазия делегацияһы Башҡортостанға эш сәфәре менән килде. Программа бер нисә сәнәғәт һәм мәғариф объектын үҙ эсенә ала. Бынан тыш, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тикшерәсәктәр.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.