Йәмғиәт
10 Сентября , 09:00

Шамонин ауылы халҡы матур байрамға әҙерләнә

Бында төбәк-ара фестиваль ойошторола

Шамонин ауылы халҡы матур байрамға әҙерләнәШамонин ауылы халҡы матур байрамға әҙерләнә
Шамонин ауылы халҡы матур байрамға әҙерләнә

12 сентябрҙә Өфө районының Шамонин ауылында "Алтын уҡ" башҡорт мәҙәниәтенең IV төбәк-ара фестивале ойошторола.
Маҡсаты – башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлау, традицион уҡтан атыуҙы үҫтереү һәм таратыу.


Сарала республикабыҙҙан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе һәм башҡа өлкәләрҙән дә мәргән уҡсылар ҡатнашыуы көтөлә. Бынан тыш ауылдың һабантуй майҙанында йыр-моң һәм бейеү ҙә күрһәтеләсәк. "Самауырлы ритайым!" барыһына ла оҡшар, моғайын да.
Ойоштороусыһы – Өфө районы хакимиәте.


Фото: Анастасия Волобуева.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас