

"Әлеге минең яҙмам Йылайыр районының Йомағужа ауылы биләмәһендә урынлашҡан "Ҡасим осҡан" тигән бер билдәле генә урын – тау бите, матур ҡая һәм, әлбиттә, уға бәйле туғандарым яҙмышы тураһында булыр.
Элегерәк йәмле яҙ килгән мәлдә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары, йәш-елкенсәк халыҡ телендә йөрөтөлгән "түбәнге осҡа" "Ҡарға бутҡаһы"на сыға…
Ауылдың дәртле генә йәштәренең береһе Ҡасим Рахманғолов та үҙенең һеңлеһе Зәйтүнәне (Рахманғолова-Аҡҡужина), ҡустыһы Ишмөхәмәт Рахманғоловты эйәртеп был сараға бара.
Совет осороноң гөрләп торған сағы, йәштәр бик матур, дәртле байрам ойоштора. Һәр сарала ла флаг алып йөрөгән йәш-елкенсәк был көндө уны онотоп киткән була. Ҡасим оҙаҡ уйлап тормай бер ҡыҙҙың яулығын һалдырып ала ла ҡайын ағасы башына менеп, уны флаг урынына элеп тә ҡуя. Тик күңелһеҙ хәлгә ҡала,: ағас башынан осоп төшә. Тап шул ваҡыттан алып был урын "Ҡасим осҡан" тауы тип йөрөтөлә. Ҡыпсаҡҡа (Йомағужаға) ҡайтҡан һайын был урынды күрергә барабыҙ.
Ҡасим олатайыбыҙ был тарихтан һуң өйләнә һәм иң беренселәрҙән булып Себер тарафтарына сығып китә. Магнитогорск, Пермь, Сорғо ҡалаларында оҫта экскаваторсы булып эшләй. 1972 йылда Сорғот ҡалаһында мәрхүм була.
Ҡасим олатайҙың улы Альфред йыл һайын ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөй. Комбайнсы, тракторсы булып эшләй. Альфред ағайыбыҙ менән бәйләнеш 1972 йылда өҙөлдө, үҙе армияға китте, атаһы Ҡасим олатай гүр эйәһе булды, төрлө донъя мәшәҡәттәре лә быға сәбәпсе ине.
Ә атайыбыҙ Ишмөхәмәт Рахманғолов үҙе иҫән сағында ағаһының ошо улын йыл һайын көттө, күрешкеһе килде. Альфред ағайыбыҙҙың яҡынса ниндәй ҡалала торғанын да белә инек, тик йәшәгән адресы билдәле түгел ине.
2012 йылда беҙ күптәргә билдәле булған "Жди меня" телетапшырыуына эҙләү буйынса заявка бирҙек. Аллаға шөкөр, шул уҡ йылда беҙҙең үтенескә яуап та килеп төштө. Иркутск өлкәһенең Братск ҡалаһында йәшәгән Алфред ағайыбыҙ табылды. Шунан башлап аралашып йәшәйбеҙ. 2016 йылда, 44 йыл үткәс, ағайыбыҙ улы Эдуард, ейәнсәре Ульяна менән Ҡыпсаҡҡа килеп ҡайтты.
Быйыл инде беҙ үҙебеҙ бер туған ағайым Вилдан һәм тормош иптәшем Зөлфәр менән Братск ҡалаһына барып, "Беҙ башҡорттар!" тип йәшәгән туғандарыбыҙҙы – Рахманғоловтарҙы күреп ҡайттыҡ, Аллаға шөкөр!"
Альбина Ишмөхәмәт ҡыҙы Рахманғолова.
Сығанаҡ: "Ауыл уттары"