Йәмғиәт
13 Сентября , 12:00

Йәнтештәр йәйәү йөрөй

Хәйбулла районында "Айыҡ ауыл" республика конкурсына старт бирелде. Уға беренселәрҙән булып Йәнтеш ауылы ҡушылды.

Йәнтештәр йәйәү йөрөйЙәнтештәр йәйәү йөрөй
Йәнтештәр йәйәү йөрөй

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында дәртле, эшсән һәм татыу халыҡ йәшәй. Быйыл улар "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән. Әле йәнтештәр сәләмәт тормошто пропагандалаған, спортҡа йәлеп иткән төрлө саралар үткәрә. Ошо көндәрҙә ауылдың йәше-ҡарты йәйәү йөрөргә сыҡҡан, скадинавса атлауҙы барыһы ла үҙ үҙ иткән. Был хаҡта "Йәнтеш мәҙәниәт йорто" төркөмө хәбәр итә.

"Һуңғы бер нисә йыл эсендә был тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Башта урам буйында ҡулына ике таяҡ тотоп, һәүетемсә атлап йөрөгән кешеләргә аптырабыраҡ ҡарай инеләр. Хәҙер инде был шөғөл – скандинав таяҡтары менән йөрөү ҡала ерендә генә түгел, Йәнтеш ауылында  ла киң таралған ял һәм спорт төрөнә әйләнеп бара.

– Йәйәү йөрөү һәйбәт, ә таяҡтар менән – яҡшыраҡ. Уның асылы бик ябай: ғәҙәти аҙымдар менән атларға, әммә шул уҡ ваҡытта таяҡтар менән ерҙән этелергә кәрәк. Улар яҡынса ярты тән ауырлығын үҙенә алып, кәүҙәгә хәрәкәтләнергә ярҙам итә. Был мәлдә арҡа, янбаш тирәһе, яурын, ҡул мускулдарының 90 проценты әүҙем эшләй, йөрәк ҡан менән тиҙерәк тәьмин ителә. Был алым кәүҙәгә еңел хәрәкәтләнергә, уны төҙ тоторға ярҙам итә, аяҡтарға көс төшөрмәй, – ти скандинав йөрөүе менән ун йылдан ашыу шөғөлләнгән, ошо спорт төрөн үҙ итеп өлгөргән Рая инәй Билалова.

Скандинав йөрөүен үҙләштереү өсөн ниндәйҙер махсус ҡулайламалар кәрәкмәй, ике таяҡ булһа – шул еткән. Улар спорт тауарҙары магазиндарында һатыла. Башлап ебәргәндә таяҡты түбәндәге иҫәпләүгә ярашлы алығыҙ: кәүҙә оҙонлоғон 0,66-ға ҡабатлағыҙ.

Француз табибы Пессо: «Бер дарыу ҙа үҙенең сихәте буйынса хәрәкәтте алмаштыра алмай», – тигән. Тимәк, һау булғың килһә, хәрәкәтләнергә кәрәк", - ти йәнтештәр.

 

Сығанаҡ һәм фото: Йәнтеш мәҙәниәт йорто.

Йәнтештәр йәйәү йөрөй
Йәнтештәр йәйәү йөрөй
Йәнтештәр йәйәү йөрөй
Автор:Карима Усманова
Читайте нас