

Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй федераль именлек хеҙмәте идаралығы берәүҙең енәйәт эшмәкәрлеген асыҡлаған.
Дөрөҫәрәге, Михаил Андреевич Пустовгаров яуызлыҡ ҡылырға уйлаған. Ул Украинаның Днепропетровск ҡалаһында тыуған, 2003 йылғы. Был әҙәм Рәсәй территорияһында ҙур күләмдә наркотиктар таратмаҡсы булған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй федераль именлек хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, урындағы бер кеше социаль селтәрҙә интернет аша законһыҙ рәүештә наркотик һатырға маташыусы әлеге енәйәти төркөм менән аралаша. Ул Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы тирәһендә, урманда, йәшерен-закладканан тыйылған әйберҙе алып, фатирына алып ҡайта. Ҡыуанысҡа, ир насар уйын тормошҡа ашырып өлгөрмәй... Әлбиттә, суд ҡарары ҡаты – М.А. Пустовгаров енәйәт эше ҡылыуҙа ғәйепле тип табылған һәм хөкөмгә тарттырылған.
Фото: Башҡортостан буйынса Рәсәй федераль именлек хеҙмәте идаралығы.