Йәмғиәт
15 Сентября , 20:19

Мин "һындым"...

Лилиә Биктимерова 20 көнгә яҡын дауаханала ятҡан. 

Мин "һындым"...Мин "һындым"...
Мин "һындым"...

Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Биктимерованы күптәр социаль селтәртҙәр аша күҙәтергә ярата. Ул матур йырҙарын, концерттарын ҡуя, көндәлек тормошон күрһәтә. Шулай уҡ уның оҫта хужабикә икәнлеген дә беләбеҙ: йәй буйына төрлө салаттар, ҡайнатмалар әҙерләй.

Тик һуңғы көндәрҙә ул бер аҙ юғалып торҙо. Баҡһаң, сирләп, дауаханала ятҡан икән. Сәбәбе иһә – ҡыяр тоҙлағанда ауыр кәстрүл күтәреп, умыртҡаһында бүҫере (грыжа) ҡуҙғалған. Был турала ул үҙе һөйләне.

“Саҡ дауахананан сығып торам. Шунда уҡ концертҡа килдек, сөнки филармонияла план, эшләргә кәрәк.

Дауаханала 17 көн яттым. Ҙур рәхмәт табиптарға. Нимә булды тип һорағандарға яуап әйтәм, 30 литрлыҡ кәстрүл күтәрҙем... Әлеге лә баяғы ҡыяр тоҙлағанда инде. Нимәгә кәрәктер инде ул миңә, күпме интектем шуның менән. Күтәрҙем дә, кәстрүл бер яҡҡа осто, мин “һындым”. Бүҫер бик алама әйбер икән. Әгәр проблемаларығыҙ бар икән, бер нимә лә күтәрмәгеҙ. Арҡа ауыртыуҙың нимә икәнлеген өс-дүрт йыл буйы белмәгән инем. Күтәрмәгән булһам, әле лә белмәҫ инем”, – тип һөйләне ул.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас