Йәмғиәт
16 Сентября , 21:39

“Ришат ҡушмай...”

Әлиә Төхвәтуллина ҡайһы бер ғаилә серҙәрен асты. 

“Ришат ҡушмай...”“Ришат ҡушмай...”
“Ришат ҡушмай...”

Яҡташтарыбыҙ, популяр йырсылар Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Төхвәтуллина-Ҡарасурина күптән түгел икенсегә ата-әсәй булды. Ошо көндәрҙә Әлиә интервью биргән һәм балалары тураһында һөйләгән.

– Һин күптән түгел генә бала таптың, ә һиңә ҡараһаң — әйтерһең, бала табыу йортонда түгел, ә магазинға барғанһың. Шундай яҡшы күренәһең!

– Эйе, интернетта матур фотолар күрһәң, барыһы ла яҡшы тип уйлайҙар. Мин тик яҡшы фотолар ғына ҡуйырға тырыштым. Әлбиттә, был юлы һауығыу ауырыраҡ булды. Әлим менән (өлкән ул) еңелерәк ине.

– Һин беренсе йөклөлөк ваҡытында ла, икенсеһендә лә Ришат менән бергә бала табырға теләүең тураһында һөйләнең. Килеп сыҡтымы?

– Мин Ришатты мәжбүр итмәнем. Мин унан: “Бараһыңмы?” –  тип һораным.Әммә ул миңә быға әҙер түгел кеүек тойолдо. Әлим тыуғас, ул үкенес менән: “Эх, барырға кәрәк ине!” тине. Райан тыуыр алдынан беҙ уның бала табыу ваҡытында ҡатнашыуы тураһында һөйләшеп килештек. Әммә бала ашығыс рәүештә тыуҙы, Ришат янда булманы. Ул улы тыуғас ҡына килеп етә алды.

 – Улығыҙға исемде кем һайланы?

– Беҙҙә үҙебеҙгә оҡшаған исемдәр исемлеге бар. Райандың исеме лә ошо исемлектә ине. Һәм бына уға сират етте.

– Ә Әлимгә исемен кем һайланы?

– Мин был исемде интернетта күрҙем һәм уны беҙҙең исемлеккә индерҙем. Ул беренсе булып сыҡты.

– Ҡыҙым тыуһын ине тигән теләгең бармы?

– Эйе, мин һәр ваҡыт: әгәр ҡыҙ бала тыуһа, бик яҡшы булыр, тип уйлағайным. Әммә малай буласағын белгәс, мин кәйефемде ҡырманым.

– Ни өсөн һеҙ өлкән улығыҙҙы социаль селтәрҙә күрһәтмәйһегеҙ? Күҙ тейеүҙән ҡурҡаһығыҙмы?

– Мин быға ышанам тип әйтә алмайым. Мин был хаҡта бөтөнләй уйламаймын. Әммә Ришат быға ышана, шуға күрә беҙ улдарыбыҙҙың фотоларын һалмайбыҙ.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас