

Әлфиә Минғәлиева — "Башҡортостан" республика гәзитенең бүлек мөдире. Ире Вадим менән ғаиләһендә Юлиә һәм Камила исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр. Бөгөн улар һайлауға барҙы. Әсә кеше ҡыҙҙары менән — Өфөлә, атайҙары сит илдә эшләгәс, ул Төркиәлә гражданлыҡ бурысын үтәне.
"Һайлауға беҙ иртүк барҙыҡ. Һәр ваҡыт ғаилә менән бергә йөрөйбөҙ, әммә быйыл ирем Вадим алыҫ Төркиәлә командировкала булып ҡалды. Ләкин ул да бурысын үтәне, эшләгән компанияһында башлыса Рәсәй граждандары булғас (15-20 мең самаһы кеше), Мерсин ҡалаһында тауыш биреү ойошторолған икән. Ә Юлиә менән Камила уҡымаһалар ҙа, һайлау барышын күргеләре килде. Милли кейемдәрен дә кейеп алдылар.
Тауыш биреү ҡыҙҙар уҡыған гимназияла ойошторолғайны. Был уҡытыусыларыбыҙ, таныш ата-әсәләр менән аралашыу өсөн дә бер сәбәп булды. Сәғәт 8-гә барып, беренсе килдекме тиһәк, тауыш биреү кабинаһына инер өсөн сират торорға тура килде хатта. Һәр саҡтағыса, башҡортса бюллетень һорап алдым, туған телемдә тауыш бирҙем.
Ғөмүмән, һайлауға гел барабыҙ. Бәләкәйҙән ошо мөхиттә үҫтек, сөнки әсәйем һәр ваҡыт һайлау участкаһында рәйес булды. Үҙем дә, журналист булараҡ, бер сәйәси кампаниянан да ситтә ҡалғаным юҡ", — тип яҙҙы Әлфиә Минғәлиева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026