Йәмғиәт
18 Сентября , 08:10

Һайлауҙа Радий Хәбировтың 100 йәшлек ауылдашы ҡатнашты

Дәүләт Думаһына һайлауҙар буласағын белгәс, йөҙйәшәр инәй яҡындарын мотлаҡ тауыш бирергә тейешлеге тураһында алдан иҫкәртә.

Һайлауҙа Радий Хәбировтың 100 йәшлек ауылдашы ҡатнаштыҺайлауҙа Радий Хәбировтың 100 йәшлек ауылдашы ҡатнашты
Һайлауҙа Радий Хәбировтың 100 йәшлек ауылдашы ҡатнашты

Ишембай районының Һайран ауылында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тыуған ерендә, Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы Иҫәнова тауыш бирҙе. Был турала райондың “Восход” гәзите хәбәр итә. Быйыл уға 100 йәш тулды. Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы – педагог, ул мәктәптә Радий Фәрит улының ата-әсәһе менән бергә эшләгән.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Мәрйәм Иҫәнова илдә һәм донъяла барған ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына. РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар буласағын белгәс, йөҙйәшәр инәй яҡындарын мотлаҡ тауыш бирергә тейешлеге тураһында алдан иҫкәртә. Бөгөн участка һайлау комиссияһының мобиль төркөмө уға ҡунаҡҡа барған – 33 йыл ғүмерен балаларҙы уҡытыуға бағышлаған педагогика ветераны өйҙә тауыш биргән.

– Мин Бөйөк Ватан һуғышын, һуғыштан һуңғы ауыр ваҡытты, 1990 йылдарҙы күрҙем. Рәсәй һәр ваҡыт көслө булды, бер ҡасан да һәм бер ниндәй шарттарҙа ла дошман алдында баш эймәне. Мин хатта шундай йәштә лә илебеҙҙең, уның халҡының яҡты киләсәгенә үҙ өлөшөмдө индерә алыуыма шатмын, – тине Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы.

 

Фото: Айһылыу Вәхитова.

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026

Һайлауҙа Радий Хәбировтың 100 йәшлек ауылдашы ҡатнашты
Һайлауҙа Радий Хәбировтың 100 йәшлек ауылдашы ҡатнашты
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас