

Бөгөн иртән Башҡортостандың барлыҡ һайлау участкалары үҙ ишектәрен асты. Гражданлыҡ бурысын тәүгеләрҙән булып үтәүселәр араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов та бар. Тауыш биргәндән һуң, ул үҙенең фекерен белдерҙе.
– Һайлау көндәре республикабыҙҙың күп милләтле халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки ошо осорҙа киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ һәм һәр бер граждан үҙ иңендә ғаиләһе, ауылы, ҡалаһы, республикаһы, иле өсөн яуаплылыҡ тойорға тейеш. Ватандаштарыбыҙҙы, барлыҡ көндәлек мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, үҙенең гражданлыҡ хоҡуғын үтәргә саҡырам. Мин бөгөн иртән 3535-се һайлау участкаһына килеп, башҡорт телендәге бланкта тауыш бирҙем һәм барлыҡ милләттәштәребеҙгә башҡорт телендәге бюллетендрҙе ҡулланырға тәҡдим итәм – был беҙҙең хоҡуғыбыҙ, - тине Юлдаш Мөхәммәт улы.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026