

Быйыл да һайлауға барып, тауыш биргәндәр “Рәхмәт” акцияһында ҡатнаша ала. Һайлауҙы яҡтыртыу буйынса Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә акцияның быйыл нисек үтәсәге тураһында һөйләнеләр.
“Алға-Патриот” спорт-патриотик үҙәге директоры Ренат Хәбиров әйтеүенсә, сара Башҡортостанда 2007 йылда барлыҡҡа килгән, беренсе булып уны “Байрам” сауҙа селтәре ойоштора. Быйыл акция ташламалар форматында үтәсәк.
– 2024 йылда Рәсәй Президенты һайлаған саҡта бик күп бүләктәр уйнатҡайныҡ. Иң бәхетлеләр хатта фатирҙар отто. Быйыл “Рәхмәт” улай уҡ киң булмаясаҡ. Беренсенән, илдәге ҡатмарлы хәлде иҫәпкә алдыҡ. Һәм, иң мөһиме, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барыбыҙҙы ла “Бөтәһе лә Еңеү өсөн” тигән девиз менән йәшәргә саҡырҙы. Шуға күрә бындай осорҙа акция бик киң булмаһын тип хәл иттек. Бағыусылар фронтҡа ярҙам итһә, яҡшыраҡ булыр тип уйланыҡ, – тине ул.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, кешеләр акцияны белә, көтөп ала, шуға күрә был йәмәғәт башланғысын ойоштороу кәрәк ине. Халыҡҡа акция оҡшай: участкаға киләһең, тауыш бирәһең, ә сыҡҡанда купон алаһың. Элек ул беләҙектәр ине, хәҙер ике яҡлы купон. Ул бөтә республика биләмәһендә меңдән ашыу партнерҙан ташламалар алыу мөмкинлеген бирә. Сараға бөтә муниципалитеттар ҙа – 54 район һәм туғыҙ ҡала округы ҡушылған.
Ренат Хәбиров әлеге еңел булмаған шарттарҙа акцияла ҡатнашырға теләк белдергән бизнесҡа рәхмәт әйтте.
Ташламаның күләме биш проценттан башлана һәм ҡайһы бер ерҙә 50 процентҡаса етә. Партнерҙарҙың тулы исемлеге рахмат2026.рф сайтында бар, унда үҙ ауылығыҙ, районығыҙ йәки ҡалағыҙ буйынса акцияла ҡатнашыусыларға табырға була.
Алдан иҫкәрткәнсә, быйыл акция буйынса тик ташламалар ҡаралған, бүләк уйнатыу юҡ. Шуға күрә уның менән файҙаланыу ҙа еңел: купонды күп тапҡыр файҙаланырға мөмкин, теркәлеү, ниндәй ҙә булһа шәхси мәғлүмәттәр ҡалдырыу талап ителмәй. Унда күрһәтелгән QR-код акцияның сайтына күсеү өсөн генә кәрәк. Сайтта иһә партнерҙарҙың тулы исемлеге һәм акция шарттары бар.
– Теркәлеү, мәғлүмәт биреү юҡ. Телефонды QR-кодҡа йүнәлтегеҙ һәм сайтҡа инеү мөмкинлеге алаһығыҙ. Фамилияны ла, исемде лә, паспорт мәғлүмәттәрен дә, телефон номерын да бер ҡайҙа ла күрһәтергә кәрәкмәй, — тине Ренат Хәбиров. – Әгәр һеҙгә кемдер шылтыратып, үҙен акцияны ойоштороусы булып танытһа, ниндәйҙер мәғлүмәттәр, СМС-кодтар һораһа, бер кемгә лә бер нимә лә хәбәр итмәгеҙ. Беҙҙә бындай бер нимә лә ҡаралмаған.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, купонды күп тапҡыр ҡулланырға мөмкин. Ләкин ҡайһы бер магазинда уны алып ҡалыуҙары бар. Әгәр купонды алмаһалар, уны ҡабаттан ҡулланырға мөмкин.
Купондарҙы һайлауҙың өс көнөндә лә һайлау участкаларында ирекмәндәр таратасаҡ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, уны һәр кемгә, хатта балаларға ла биреүҙәре ихтимал. Тауыш биреү, бирмәүең дә мөһим түгел. Ни бары участкаға килеү ҙә етә.
Рәмилә Мусина фотоһы.