Бөгөн иртә менән Өфө ҡалаһының 114-се һайлау участкаһына кешеләр күпләп ағыла башланы, хатта һыу буйы сират барлыҡҡа килгән. Айырыуса өлкән йәштәгеләрҙе күпләп күрергә мөмкин ине. Мәҫәлән, пенсионер Вадим Улъябаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул һайлауға һәр саҡ йөрөй, бер ҡасан да ҡалдырғаны юҡ. Әле лә иртә менән тауыш биргән. Шулай итеп, гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Был һайлау учксткаһы баш ҡалабыҙҙың Чернышевский урамындағы Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында урынлашҡан.
114-се һайлау участкаһында белдереүҙәренсә, алдан бөтәһе лә яҡшы хәстәрләнгән, һайлау тыныс шарттарҙа уҙа.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026