

Ишембай районының Урманбишҡаҙаҡ ауылында урынлашҡан һайлау участкаһына бөгөн бер төркөм һыбайлыларҙың килеп тауыш биреүе байрам биҙәге өҫтәне. Ауыл биләмәһе башлығы Руслан Йәрмөхәммәтов етәкселегендә фермерҙарҙың, башҡа ауылдаштарҙың урам буйлап һыбай менеп үтеүен халыҡ ҡыҙыҡһынып ҡараны. Отставкалағы майор булараҡ ауыл биләмәһе башлығы Руслан Хәбир улы хәрби кейемдә булды.
–Илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын, киләсәгебеҙ яҡты булһын тигән теләк менән һайлауҙа тауышыбыҙҙы бирҙек, – тине ауыл биләмәһе башлығы.
Фото: район хакимиәтенән.