

Әбйәлил районында йыр-моңға маһир, дәртле халыҡ йәшәй. Хатта тауыш биреүгә лә улар байрамға барған кеүек йөрөй. Был юлы ла Байым ауылы мәҙәниәт йорто янындағы “Күбәләк биҙәктәре” халыҡ өлгөлө фольклор ансамбле ағзалары милли кейемдә үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын үтәп ҡайтҡан.
Һайлау комиссияһы ағзаларына үҙҙәренең йырҙарын йырлап, халыҡҡа бер аҙ байрам кәйефе лә өләшкәндәр. Үәт, афариндар!
Фотолар: Байым ауылы мәҙәниәт йорто төркөмөнән.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026