

Тауыш биреүҙә бөрйәндәр әүҙемлек күрһәтә. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин халыҡ телендә Финляндия тип аталған Баҙал биҫтәһендәге һайлау участкаһына ҡатыны Фәнилә Хаммат ҡыҙы менән килеп бергәләп тауыш биргән.
"Хөрмәтле райондаштар! Барығыҙҙы ла гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырам. Киләсәгебеҙ үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа!" - тип Бөрйән районы халҡын тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырған район башлығы.
Ә һеҙ һайлауға барҙығыҙмы әле?
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026
Сығанаҡ: "Таң" гәзите