Йәмғиәт
20 Сентября , 06:30

Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар

Идеянан проектты ашырыу өсөн өс йыл самаһы ваҡыт үткән. Барыһы ла "Атайсал" проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Тулыраҡ - сайтта:

Хәҙер Суйынсының үҙ паркы барХәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар

Игенсенең эше иртә яҙҙан башлана ла ҡара көҙгә тиклем дауам итә. Баҫыуҙы сәсеүгә әҙерләү, орлоҡ ултыртыу, иген үҫтереү, артабан уны йыйыу һәм башҡа ғәмәлдәр... Әммә баҫыу эшсәндәре, ғәҙәттә, үҙҙәре тураһында артыҡ һөйләп бармаусан, төнгә ҡәҙәр эш менән мәшғүл. Дәүләкән районының алдынғы фермерҙары­  Ғаяз  менән Илшат Ғабдрахмановтар – тап шундайҙарҙан.

 

Улар ошо райондың Алға ауылында тыуып үҫкән. Икеһен дә игенселәр династияһы вәкиле, тип хаҡлы рәүештә атарға мөмкин. Уларҙың атаһы Баязит Ғәзиз улы – Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. 1937 – 1945 йылдарҙа Суйынсы урта мәктәбендә уҡый, дәрестәрҙән һуң почта таратырға ла өлгөрә, артабан өлкәндәр менән бер рәттән баҫыуҙа ер һөрөүҙә, иген сәсеүҙә, уңыш йыйыуҙа, юл һалыуҙа, ағас әҙерләүҙә ҡатнаша. Баязит Ғәзиз улының ошо осорҙағы тырышлығы “1941 – 1945 йыл­дарҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән билдәләнә. Әрме хеҙмәтенән һуң егетте комсомол ойошмаһы секретары, клуб, ферма мөдире, хисапсы, Алға ауылындағы бригада етәксеһе итеп ҡуялар. Бер йыллыҡ курстан һуң, Баязит Ғәзиз улы ауылдаштарының тормош шарттарын яҡшыртыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Һөҙөмтәлә юлдар һалына, мәктәп, клуб төҙөлә, ауылда электр, радио һәм һыу үткәрелә. 1990 йылға, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ул бригадир булып эшләй, бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлана. 1989 йылда колхозсыларҙың Бөтә Союз съезында ҡатнаша, ВДНХ миҙалдары менән бүләкләнә. Был осорҙа төрлө яҡшы күрһәткестәргә, мәҫәлән, Алға һөтсөлөк фермаһы өс мең литр һауымға өлгәшә. Баязит Ғәзиз улының дөйөм хеҙмәт стажы – 54 йыл.

...Бөгөн Дәүләкән районының Суйынсы ауылында асылған сквер ярты быуаттан ашыу ғүмерен тыуған яғында ауыл хужалығына арнаған хеҙмәт ветераны Баязит Ғәзиз улы Ғабдрахманов исемен йөрөтә. Ауыл уртаһындағы парк “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Был төҙөкләндереү урындағы ауыл хужалығы фермерҙары, меценаттар Ғаяз һәм Илшат Ғабдрахмановтарҙың башланғысы һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Улар ауыл үҙәгендәге скверҙы төҙөкләндереү тәҡдимен яһай һәм был проектты тормошҡа ашыра. Һөҙөмтәлә бында заманса сәхнә барлыҡҡа килә, ҡарағайҙар һәм шыршылар ултыртыла, тыл һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған стелалар ҡуйыла. Бынан тыш, бында эскәмйәләр ҡуйылған, һуҡмаҡтарға асфальт түшәлгән.

Идеянан проектты ашырыу өсөн өс йыл самаһы ваҡыт үткән. Хәҙер Суйынсылағы парктың бында йәшәүселәрҙең, тыуған ауылына ҡайтыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан урынына әүереләсәгенә шик юҡ.

 

Фотолар: “Асылыкүл”-“Балҡантау”.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ

 

Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Хәҙер Суйынсының үҙ паркы бар
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас