Йәмғиәт
21 Сентября , 14:50

Кисер мине, ҡәҙерле ирем!

Вахтала бергә эшләгән класташым, ауылдағы ҡатындарға шылтыратып, минең турала ғәйбәт һөйләгән. “Бында килгәс үк ирҙәр менән йөрөй башланы”, – тип алдаған. Был хәбәр иремә лә барып еткән. Унан ҡурҡа-ҡурҡа, ҡотом осоп ауылыма ҡайтып төштөм...

Кисер мине, ҡәҙерле ирем!Кисер мине, ҡәҙерле ирем!
Кисер мине, ҡәҙерле ирем!

Зәлифә менән бер класта уҡыныҡ. Мәктәпте тамамлағас, район үҙәгендәге һөнәри училищела белем алдыҡ та, кейәүгә сығып, үҙебеҙҙең ауылда төпләндек.

Ниңәлер, Зәлифәнең бәләкәйҙән бәхете булманы. Ата-әсәһе гел эсте, балаларын яҡшылап ҡарамай ине. Ире лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундай булып сыҡты. Класташым бер нисә тапҡыр ауырға ҡалды, әммә сабыйҙары үле тыуып торҙо...

Ә беҙ ирем менән баштан уҡ яҡшы йәшәнек. Ул йүнсел, барыһын таба, дүрт балабыҙ хәстәрлектә үҫеп, бер-бер артлы үҙаллы тормошҡа баҫа торҙо, бәләкәйе лә хәҙер ауыл мәктәбен тамамлап килә.

Әммә ике йыл элек ирем аварияла ҡазаланып ҡуйҙы. Операция үткәргәс, яйлап хәрәкәтләнә, ләкин элекке кеүек донъя көтә алмай. Миңә, муллыҡта йәшәп өйрәнгән ҡатынға, был хәл бик ауыр йоғонто яһаны.

Тап шул осорҙа класташым Зәлифә, айыҡмай эскән иренән биҙеп, ҡырға эшкә сығып китте. Бер-ике айҙан ҡайтып төштө. Матурланған, күҙҙәренә нур ҡунған. Аҡсалы. “Шул-шул ерҙә тауыҡ йолҡоу эшендә йөрөйөм, – ти. – Беҙгә, ауыл ҡатындары өсөн, еп-еңел. Өйрәнелгән эш. Ай ярым өсөн бына ҡайһылай түләнеләр!”

Минең күҙем ҡыҙҙы. Беренсе тапҡыр класташыма көнләшеп ҡараным. Ә ул, иремдең хәлен белгәс, мине үҙе менән барырға ҡоторта башланы. “Итәгеңә йәбешерлек балаң юҡ, ҙурайып бөттөләр. Ирең үҙ-үҙен ҡарарлыҡ. Әйҙә, минең менән. Эш белгән кешеләр күп кәрәк унда”, – ти.

Ысынлап та, ниңә ауылда ятам әле? Иргә сыҡҡаны бирле бер ҡайҙа йөрөгәнем юҡ. Барып ҡайтһам инде... Был теләгемде иремә еткерҙем. Ул аптырап, шаңҡып ҡалды. “Элекке кеүек үк булмаһа ла, кәсебебеҙ яйлап бара бит. Аҡса етерлек. Бына ныҡлап һауығып алһам, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Саҡ ҡына түҙәйек”, – тип ҡырға китеү теләгемә ҡаршы килде. Ә мине, гүйә, ен ҡотортҡандай, иремдең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмайынса, әрләшеп, туҙынып, Зәлифәгә эйәреп сығып киттем.

Ә унда эш... ҡот осҡос икән. Баш күтәрерлек түгел. Йүгерәһең дә йүгерәһең, кис вагондағы ҡаҡ урындығыңа арманһыҙ булып ҡайтып йығылаһың. Таңға – йәнә фермаға. Етәксе итеп ҡуйылған һөмһөҙ ирҙәр өҙлөкһөҙ һүгенә, артыңдан ҡыуып йөрөп тигәндәй эшләтә. Миңә, наҙланып ҡына, ирҙең ышығында ғына йәшәп өйрәнгән ҡатынға, стресс булды. Ҡайтам, тиһәм, ай ярым тулмайынса ебәрмәйҙәр. Шулай ҡаҡҡыланып, һуҡҡыланып тигәндәй тейешле ваҡытты еткерҙем.

Аҡсаны, баҡтиһәң, эшеңдең һөҙөмтәһенә ҡарап түләйҙәр икән. Миңә, норманы үтәмәгән, артта һөйрәлеп йөрөгән өсөн, Зәлифә теге саҡ әйткән сумманан ике тапҡырға кәмерәк тотторҙолар.

Ә класташым бында минән бөтөнләй ситләште, башҡалар менән шау-гөр килеп йөрөй, алдынғылар рәтендә. Минең яҡҡа хатта мыҫҡыллы ҡарап үтеүсән. Ә эш тамамланып ҡайтыр көндә ауылдан күршем шылтыратып, шаҡ ҡатмалы хәбәр еткерҙе. Баҡтиһәң, Зәлифә минең хаҡта ғәйбәт таратҡан икән. Ауылдағы ҡатындарға шылтыратып, “Мөнирә бында килгәс үк ирҙәр менән йөрөй башланы. Холоҡһоҙ бисә булған икән. Йөрөмтәл икәнен белһәм, алып килмәҫ инем...” – тип алдап һөйләгән. Был хәбәр иремә лә барып еткән...

Шулай ҡот осҡос хәлдә ҡалдым. Иремдең, ауылдаштарымдың күҙенә нисек күренәйем хәҙер? Ҡурҡам, оялам... Аптырап, әлегә ҡалалағы ҡыҙымда туҡтаным. Нисек ҡайтайым, иремә нисек кенә аңлатайым? Ышанырмы ул миңә?

...Ҡалала ҡыҙымда аҙнаға яҡын йәшәнем. Көн дә ҙур йылға ярына сығам да оҙаҡ-оҙаҡ уйланып йөрөйөм. Илап та алам. Бында һине берәү ҙә күрмәй бит, ауылдағы һымаҡ күҙәтеп тороп, һүҙ таратып та ебәрмәй. “Мин бит бер ниндәй ҙә яманлыҡ ҡылманым. Хәлемдән килгәнсә эшләргә тырыштым, – тим. – Бер генә яңылышлығым: ғүмер буйы ышыҡланып йәшәгән иремде тыңламайынса сығып киттем. Уға ауыр сағында терәк булманым...”

Ғәфү итерме ул мине? Ҡайтмай йөрөһәм, нығыраҡ шикләнмәҫме? Бөтә ҡурҡыуҙы еңеп, бер ҡарарға килергә кәрәк. Ҡайтырға, асыҡтан-асыҡ һөйләшергә, аңлатырға!

Ҡыҙым да ошо уйҙарымды ҡеүәтләне. Ҡайтырға сыҡтым. Район үҙәгенә етәрәк юл сатында автобустан төшөп ҡалып, йәһәтләп таксиҙа ауылға юлландым. Ирем өйҙә юҡ. Бәләкәй улыбыҙ ҙа... Ҡайҙа улар? Йөрәгем ҡабынды, башҡа йәшен тиҙлегендә хәүефле уйҙар тула. Бер килке ни ҡылырға белмәй ултырам. Шул саҡ өй янына машина килеп туҡтағанын ишетеп, йүгереп сығам. Ә унда... ирем менән улым! Баҡһаң, район үҙәгенә мине ҡаршыларға барғандар икән. Ҡыҙым шылтыратып, ҡайтып килгәнемде әйткән дә... Ә мин, район үҙәгенә инеп тормай, юл сатынан таксиҙа ҡайтып киткәйнем бит инде.

Бер аҙҙан иремә барыһын да аңлатайым тип тулҡынлана-тулҡынлана һүҙ башлағайным, ул мине тыныс ҡына бүлдереп:

– Ҡуй, Мөнирә, аҡланма. Мин һиңә ышанам, – тине. – Зәлифә менән дуҫлығың берәй хәлгә килтерер тип әллә ҡасандан хәүефләнә инем инде...

Баҡһаң, Зәлифә электән минең иремә төрлө яҡлап “ҡармаҡ һалырға” тырышып йөрөгән икән. Ҡатының шулай, былай тип осраған һайын яманлап һөйләгән. Миңә ышанған ирем ялған һүҙҙәргә иғтибар итмәгән, һинең хаҡта шулай тиҙәр тип ҡайтып әйтеп тә йөрөмәгән.

“Зәлифә менән эшкә сығып китергә йыйынғаныңда һөйләргә кәрәк булған үҙеңә был турала, – тип көрһөнөп ҡуйҙы ирем. – Бына хәҙер күрҙең инде ниндәй икәнен”.

Ике айға яҡын арала иремдең һаулығы һиҙелерлек яҡшырған. Алда әйткәнемсә, рулгә лә ултыра хәҙер. Ҡабат унан айырылып бер ҡайҙа ла китмәйәсәкмен. Ғәфү ит мине, ҡәҙерле ирем! Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә!”

(Районда йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).

Автор:
Читайте нас