

Башҡортостан Республикаһы һалым түләүселәренә уңайлы булһын өсөн берҙәм күп каналлы телефон эшләй: 8-347-215-10-70 (өҫтәмә һандар - 55-55). Ойошма вәкилдәре һәм граждандар һалым органдары компетенцияһына ҡараған мәсьәләләр буйынса шылтыратып, белгестәрҙең аңлатмаларын ала ала. Аныҡ тема буйынса белгестәр менән бәйләнеш өсөн түбәндәге өҫтәмә номерҙар ҡаралған:
-юридик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым һалыу - 021-00;
-физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым һалыу - 022-00;
- страховка иғәнәләре буйынса иҫәп-хисап - 015-00;
-6 -НДФЛ формаһы буйынса иҫәпләүҙәр - 016-00;
- декларациялар һәм физик шәхестәрҙең һалым ташламалары - 017-00;
-һалымдарҙың иҫәпләнгән суммаһы һәм иғәнәләр тураһында белдереү - 018-00;
-экспедиция, хаттар буйынса белешмәләр - 012-00.
Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтының мобиль версияһында һандарҙы автоматик йыйыу функцияһы булдырылған: “Контакттар һәм мөрәжәғәттәр” бүлегендә тейешле өҫтәмә һандарға баҫҡанда шылтыратыу автоматик рәүештә башҡарыласаҡ. Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының берҙәм күп каналлы телефоны эш көндәрендә ҡулланыла.
Шулай уҡ һалым темаһы, шул иҫәптән бурысты көйләү, бюджет менән иҫәп-хисап торошо һәм иҫәп-хисап операцияларын туҡтатыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Контакт-үҙәгенә телефон аша мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-222-22-22.