

Хәлемде һөйләйем әле. Уның ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы икәнлеген үҙегеҙ уйлағыҙ инде...
Миңә 38 йәш. 20 генә йәштә иремә кейәүгә сыҡтым. Минеңсә, матур ғына торҙоҡ. Китаптарҙа яҙылған иҫ киткес мөхәббәт булмаһа ла, насар ҙа йәшәмәнек. Ике балабыҙ тыуҙы. Ләкин йәшәй-йәшәй, аралар һыуына башлаған кеүек булды. Дөрөҫөрәге, эшендә үрләгәс, ирем алыҫлаша башланы. Баҡһаң, йәш ҡыҙ осратҡан, ғашиҡ булған икән. Был турала белеп ҡалғанда, уның ауырына алты ай ине...
Илаштыҡ, талаштыҡ. Тәүҙә китмәйем тип йәнде үртәне. Беҙҙә ҡалһа ла, күңеле менән уның янында икәнлеген аңлай инем бит. Сәбәптәр табып ҡайтмай башланы, аҙаҡ бөтөнләй асыҡ рәүештә уға бара башлағас, айырылыштыҡ.
Ир бирмәк, йән бирмәк. Айырылышҡан кешеләр генә аңлай быны. Бәләкәй үлем менән тиңләр инем. Ике йыл иланым, үрһәләндем. Тегеләрҙең балаһы тыуҙы. Бәләкәй ҡалала бергә йәшәү ауыр ине. Ә улар себер тарафына күсенеп киткәс, тынысландым кеүек. Әммә башҡа ир-атты яҡын юллатманым.
Айырылышыуға биш йыл үткәс, улар кире ҡайтты. Бәләкәй балаларына климат килешмәгән тинеләр. Үҫмерлек ҡорона инеп килгән балалар менән ирем һәр ваҡыт һәйбәт аралаша ине, алиментын да ваҡытында түләп торҙо. Ә ҡайтҡас, улар янына килә башланы.
Элекке ирем килгән һайын оҙаҡҡараҡ ҡала башланы. “Аштарыңды һағындым” тип бешергәнемде лә яратып ашай, балаларға тип күстәнәстәр бүҫеп килтерә. Яйлап ҡунып та ҡала башланы. Йәш ҡатыны менән аралары һыуына башлаған икән. Ә мин уйламағанда иремдең һөйәркәһенә әйләндем дә ҡуйҙым. Һәм шуны аңланым: һөйәркә булыуы рәхәт икән дә! Үҙемә кәрәк саҡта саҡырып алам, һәр ваҡыт килә. Нимә һораһам алып бирә, өйҙәге ваҡ-төйәк эштәрҙе эшләй, кәрәк ергә алып бара.
Йәш ҡатыны иренең йөрөгәнен һиҙә тиҙәр. Һиҙә инде, ҡатын-ҡыҙ ундай нәмәне һәр саҡ һиҙә. Тик бер нимә лә эшләй алмай. Балаһы бәләкәй, йәшәр урыны юҡ, эшләмәй. Тештәрен ҡыҫып түҙә...
Шулай икән ул донъя тигәнең. Хәҙер төндәрен мин түгел, ул илай. Илаһын әйҙә, белә тора кеше ғаиләһен емермәһен ине! Артабан ни булырын белмәйем, миңә ошолай рәхәт... Кәңәш тә һорамайым, барыһы ла үҙ яйы менән барһын.
Фото: "Шедеврум" нейроселтәре.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!