Йәмғиәт
22 Сентябрь , 18:53

Ришат Төхвәтуллин: ул минең концерттарымды ҡалдырманы

Ул ҡыҙыл күлдәктә ине...

Ришат Төхвәтуллин: ул минең концерттарымды ҡалдырманыРишат Төхвәтуллин: ул минең концерттарымды ҡалдырманы
Ришат Төхвәтуллин: ул минең концерттарымды ҡалдырманы

Ришат менән Әлиә Төхвәтуллиндарҙың матур ғаиләһен күптәр ярата. Башҡортостанда тыуып үҫкән артистар бергә ижад итте, бергә йырланы, әле иһә бергәләп ике малай үҫтерә. Улар интернетта әүҙем блог алып бара һәм яҙылыусылары уларҙың нисек танышып китеүе менән ҡыҙыҡһына.

Мөхәббәттәре башланыу тарихы тураһында Ришат һөйләгән.

“Концерт башланырға ғына тора ине. Миңә сәхнәгә сығырға ваҡыт етте. Шул саҡта ҡыҙыл күлдәк кейгән Әлиә килде һәм бергә фотоға төшөүҙө һораны. Уны тәүге тапҡыр шунда күрҙем. Икенсе тапҡыр конкурста осраштыҡ, ул конкурстанттарҙың береһе ине. Шул саҡтан алып мин уны Ҡазанда үткән бөтә концерттарымда ла күрә башланым. Ә бер тапҡыр ул әхирәте менән дискотекаға килде. Мин уны йөрөп килергә саҡырҙым, һәм бына ике улыбыҙ үҫә”, – тип һөйләгән ул.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас