Йәмғиәт
24 Сентября , 17:50

Радик Юлъяҡшиндың кәләше: "Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай"

Йырсы Радик Юлъяҡшиндың кәләше ниңә сәхнәлә ире менән бергә сығыш яһамауы һәм көнкүрештә нимә менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләгән. 

Радик Юлъяҡшиндың кәләше: "Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай"Радик Юлъяҡшиндың кәләше: "Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай"
Радик Юлъяҡшиндың кәләше: "Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай"

Билдәле башҡорт йырсыһы Радик Юлъяҡшиндың (сәхнә исеме —Элвин Грей) ҡатыны Инзилә 1999 йылдың 2 мартында тыуған. Күптән түгел интервьюһында ул иренең ижади командаһындағы роле, йәмәғәтселеккә мөнәсәбәте һәм ни өсөн уның төп эше ғаилә тормошон алып барыу икәне тураһында һөйләй.

Инзилә иренең эшенән дә ситтә ҡалмауын белдерә. Мәҫәлән, Элвин Грейҙың концерты булғанда уның "Өфө Арена"ла рация тотоп йөрөгәнен күреп ҡалалар. Ул команданың эшен күҙәтеүен һәм күп кенә ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнашыуын аңлата.

Шул уҡ ваҡытта Инзилә үҙенең тыйнаҡ эш итеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә ала. "Ирем — йондоҙ, артист. Мин бары тик уның ҡатыны".

Ул йәмәғәттә танылыуҙың еңел булмағанын таный. Мәҫәлән, концерт алдынан залға сығырға уңайһыҙлана. Иғтибарҙы үҙенә йәлеп иткеһе килмәй.

Инзилә үҙенең яратҡан урыны тип даими ҡунаҡтар килгән йорттарын иҫәпләй. Уның ҡәйнәһе Нәфисә апай уларҙың йортонда кешенең һәр ваҡыт күп булыуын белдерә.

- Был — беҙҙең йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Көнөнә өйөбөҙҙә 10-лап кеше булыуы мөмкин, - тип һөйләй Инзилә.

Шуға ҡарамаҫтан, ир менән ҡатын үҙҙәренең шәхси тормошон һаҡлай. Уларҙың бүлмәһе икенсе ҡатта урынлашҡан, ә ҡунаҡтарҙы беренсе ҡатта ғына ҡабул итәләр.

Инзилә үҙе көнкүреш эштәре менән шөғөлләнә. Ул йыйыштыра, йыуа һәм бешеренә, ҡайһы берҙә әсәһе ярҙам итә. Кәйефе булмаһа, өй эштәрен башҡарып илһам ала икән.

Туғыҙынсы кластан һуң ҡыҙ колледжда парикмахер һөнәренә уҡый. Ул йыш ҡына социаль селтәрҙәге яҙылыусыларының сәс буяу һәм ҡырҡыу тураһындағы һорауҙарына яуап бирә: "Һөнәрем буйынса сәс оҫтаһы булғанлыҡтан, бындай кәңәштәр бирә алам".

Инзилә шулай уҡ яһалма керпек үҫтерергә өйрәнә. Әммә белемен ғәмәлдә ҡулланыу әлегә мөмкин түгел. Быға ғаилә тормошоноң тығыҙ графигы ҡамасаулай.

- Йә Радикка иғтибар бүлергә, йә концерттар менән шөғөлләнергә кәрәк, - ти кәләш.

Инзилә үҙенең "йондоҙ" йәки билдәле блогер булырға теләмәүен таный. Ул үҙенең ижади проекттары юҡлығын белдерә. Ғаиләлә бер йондоҙ етә, тип иҫәпләй ул. Уның төп бурысы — иренә ярҙам итеү һәм өйҙә уңайлылыҡ булдырыу.

 

Сығанаҡ: "Электрогазета".

Фото: Р. Юлъяҡшиндың шәхси архивынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас