

Башҡортостанда һәм Татарстанда популяр йырсы Илмира Нәғимова социаль селтәрҙә бала табыу йортонан сыҡҡанда төшөрөлгән фотоһүрәттәр баҫтырған. Уның сабый күтәреп төшкән фотоһүрәтен күргәс, артист шым ғына өсөнсө балаһын тапҡан икән, тип уйланы халыҡ.
Ә йырсы шатлыҡлы яңылығы менән уртаҡлашҡан: һеңлеһе Гөлназ малай тапҡан.
Бынан алда йырсы Гөлназдың Мәккәгә барғандан һуң ысын мөғжизә менән йөккә уҙыуын һөйләгән. Артист йөрәге сирле һеңлеһе бәпәйен үҙе таба алыуы өсөн доғалар ҡылыуын белдергән.
Бына шулай: Илмира Нәғимова инәй булған икән. Бәпес имен-һау үҫһен!
Сығанаҡ: "Электрогазета"
Фото: И. Нәғимованың шәхси архивынан.