

Кешенең тышҡы ҡиәфтенә ҡарап ҡына уның ниндәй икәнен белеп булмай. Бары тик аралаша-аралаша кемдең кем икәнен аңлайһың. Танышым Зилә бала сағынан ауылда уҫал тигән даны таралған Сәғирә әбейҙән ҡурҡыр булған. Ә яҙмыш уларҙы һуңынан бер йортта оҙаҡ йылдар йәшәргә мәжбүр итә. Зиләне тыңлайыҡ.
– Ауылда “уҫал ҡарсыҡ” тигән даны сыҡҡан, кеше менән бик аралашып бармаған Сәғирә әбейҙең ире йәшләй үлеп ҡалған, Йәмил улын бер үҙе ҡарап үҫтерҙе, донъяһын да кешенән ҡалмай көттө.
“Шул Сәғирә әбей ҡәйнәм булып ҡуймаһын” тип бала сағымда гел уйлай торғайным, сөнки унан бөтә бала-саға ҡурҡты, уның юлында осрарға тырышманы. Малай-шалай шырпы менән уйнап торғанын күреп ҡалһа ла эргәләренән битараф үтеп китмәне, шырпыларын тартып алып тетмәләрен тетеп китер ине.
“Уҫал ҡарсыҡ”тың улы Йәмил тәртипле, тыныс холоҡло, кешеләргә изгелекле булып үҫте. Беренсе кластан уның менән бер парта артында ултырғас, уның төплө, ышаныслы булыуын белдем. Уҫал әбейҙең улының шундай булыуына аптырай инем. Шулай ҙа Сәғирә әбейҙе күрһәм, уның ҡаршыһына сыҡмаҫҡа тырыша торғайным.
Бала саҡтан “Сәғирә әбей ҡәйнәм булмаһа ярар ине” тип теләһәм дә, яҙмыштың ҡаты шаяртыуымы, үҫеп буй еткергәс, уның улы Йәмилгә ғашиҡ булдым. Һөйөүем шул тиклем көслө ине, ул хатта “уҫал ҡарсыҡ”ҡа булған ҡурҡыуымды ла юҡҡа сығарҙы.
Бер бөртөк улы булғас, тормошҡа сыҡҡас, ҡәйнәм менән бер йортта йәшәп алып киттек. Шул ваҡытта ғына Сәғирә әбейҙең ни тиклем оло йөрәкле кеше булыуын аңланым. Улын бер үҙе тәрбиәләгәс, бик талапсан була уға. Шуға ла ситтәгеләргә ул һәр ваҡыт уҫал, ҡырыҫ булып күренгән. Бер үҙе тормош көткәс, бөтә яуаплылыҡ үҙендә булыуын да аңлай, шуға ла донъя баҫҡандыр, күңел асып йөрөргә лә ваҡыты ҡалмағандыр.
Яҡшы әсәй генә түгел, яҡшы ҡәйнә, ейәндәре өсөн өҙөлөп торған киң күңелле өләсәй ҙә булыуын йылдар үткәс, йәшәй-йәшәй аңланым. Мине лә үҙ балаһылай яҡын күреп, “ҡыҙым” ғына тип торҙо. Ейәндәре тыуғас, йөҙөндәге йыйырсыҡтары яҙылып, күҙҙәре нурланып киткән һымаҡ булды, ҡарашында йылылыҡ барлыҡҡа килде. Мин эшкә сығып киттем, ул бәләкәй балаларыбыҙҙы ҡарап, донъяға күҙ-ҡолаҡ булып торҙо. Эштән ҡайтыуыбыҙға донъя мәшәҡәттәрен бөтөрөп, ашарға бешереп ҡаршыланы.
Ҡәйнәм менән 30 йыл бергә йәшәнек. Был донъянан киткәндә лә ауырлығын һалманы. Кистән умарталарын ҡарап йөрөнө лә иртә менән урынынан тора алманы. Күҙҙәре йәшләнеп, “Бәхил булығыҙ, балаларым” тип кенә әйтә алды һәм мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
Әлдә генә тап ул минең ҡәйнәм булған әле, тип әле лә һағынып иҫкә алам ҡәйнәмде, йыл һайын уның рухына бағышлап Ҡөрьән аштары уҡытабыҙ, – тип һөйләне Зилә.
Автор фотоһы.