+10 °С
Ясно


Кәрәк була: дүрт ҙур бәрәңге, бер баш һуған, бер йомортҡа, өс аш ҡалағы он, тоҙ, ҡара ваҡланған борос, ҡыҙҙырыу өсөн үҫемлек майы.
Картуфты һәм һуғанды эре ҡырғыс аша ҡырабыҙ.
Йомортҡа, тоҙ һәм борос өҫтәйбеҙ. Картуф ҡараймаһын өсөн болғатабыҙ, һуңынан он һибәбеҙ һәм тағы ла болғатабыҙ.
Аш ҡалағы менән массаны майлы ҡайнар табаға һалабыҙ һәм ике яҡтан да алтын төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!