

Бер танышым бесәй менән бәйле шундай бер ваҡиға һөйләгәйне. 15-ләп километр йыраҡлыҡта йәшәүсе туғандары уларҙың бер бесәйҙәрен үҙҙәренә алып ҡайтып китә. Аҙна-ун көн тирәһе ваҡыт үтә, туғандары алып киткән бесәйҙәре ябығып өйгә ҡайтып инә. Шул ваҡиғанан һуң хужалары уны бер кемгә бирмәйҙәр, ҡартайғансы үҙҙәрендә йәшәтәләр.
Бесәйҙәрҙең үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәттәр һеҙгә лә ҡыҙыҡлы булыр. Юлды нисек таба алыуҙары тураһында бер нисә ҡыҙыҡлы фараздар бар. Еҫ һиҙеүе – уның иң төп ярҙамсыһы. Бесәйҙәр еҫте ныҡ яҡшы тоя. Өйҙәге ризыҡты, һыуҙы, кешеләрҙе, хужаһының тауышын, башҡа хайуандарҙы улар хәтерҙә ҡалдыра. Йыраҡта саҡта был еҫтәр уға йүнәлеш биреп тора. Шуға ҡарап ул ҡайтыу юлын төҙөй.
Биләмәне иҫтә ҡалдырыу ҙа был йорт хайуандарында көслө. Улар тирә-яҡты тиҙ хәтергә һеңдерә. Йорттар, ағастар, башҡа объекттарҙы онотмай. Был юлдан бик күптән үткән булһа ла, уның мейеһендә ҡайтыу юлы барлыҡҡа килә.
Бынан тыш бесәйгә елдең йүнәлеше лә ярҙамға килә. Уның булышлығында бесәй хәүефһеҙерәк юлды һайлай, ҡурҡынысты тоя.
Шулай итеп, өйгә юлды эҙләгәндә бесәйҙәр бер юлы еҫтәргә лә, тауыштарға ла, күреү һәләтенә лә таяна. Өйҙә генә йәшәмәгән, тышта иркендә йөрөгән бесәйҙәрҙә был һәләттәр яҡшыраҡ үҫешкән тиҙәр.
Бесәйҙең беҙҙе ғәжәпләндерерлек һәләттәре байтаҡ. Мәҫәлән, ҡараңғы ваҡытта кешеләргә ҡарағанда 6-8 тапҡыр һәйбәтерәк күрәләр, сөнки уларҙың күҙҙәрендә үҙенсәлекле ҡатлам бар.
Тауыштарҙы ла бесәйҙәр кешегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ ишетә.
Бесәйҙең мырлауы уның үҙен генә түгел, кешене лә тынысландыра, хәүеф тойғоһон кәметә, тигән фараз бар.
Бесәйҙәр донъяһынан тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: уларҙың тир биҙҙәре күбеһенсә тәпәйҙәрендә урынлашҡан. Башҡа бик күп имеҙеүселәрҙән айырмалы рәүештә, уларҙың бөтә тәне тирләмәй.
Әкрен генә итеп күҙҙәрен йомоп алыуҙарының да сере бар. Әгәр бесәйегеҙ һеҙгә ҡарап, әкрен генә күҙен йомоп-аса икән, был уның һеҙгә ышаныс билдәһе. Ҡырағай тәбиғәттә башҡа йән эйәһе алдындағы бындай күренеш уның тулыһынса тыныс булыуын аңлата.
Мыяулау – ул бесәйҙәрҙең кешеләр менән аралашыу сараһы икән. Башҡа бесәйҙәргә улар мыяуламай. Эргәгеҙҙә бесәйегеҙ бик мыяулап йөрөй икән, ул һеҙгә нимәлер еткерергә теләй.
Бесәйҙәр тураһында халыҡта төрлө ышаныуҙар ҙа йәшәй. Был хайуандарҙы изге тип һанағандар, уларҙы хатта фәрештәләрҙе күрә тигән ышаныу бар.
Бесәйҙәрҙе мәсеткә индерергә рөхсәт ителеүе лә уларҙың изге хайуан булыуы тураһында һөйләй.
Автор фотоһы.