

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Фармстандарт-Өфөвита”компанияһының яңы административ һәм производство-келәт комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты.
"Фармстандарт-Өфөвита" – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең иң ҙур фармацевтика предприятиеларының береһе, уның номенклатураһында 230-ҙан ашыу дарыу препараттары бар.
Яңы корпус 10 миллиард һумдан ашыу аҡса һалыу күләме менән инвестиция проекты сиктәрендә төҙөлдө. Бында ҡеүәте йылына 75 миллион төргәк продукция булған заманса етештереү линиялары, лабораториялар, келәттәр һәм офис биналары урынлаштырылған. Комплексты эшләтеп ебәреү арҡаһында предприятие өҫтәмә рәүештә 250-гә яҡын эш урыны булдырасаҡ.
Радий Хәбиров компания коллективын яңы корпус асылыуы менән ҡотланы.
– "Фармстандарт-Өфөвита" – ысын мәғәнәһендә XXI быуат предприятиеһы, илдең фармацевтика сәнәғәте лидерҙарының береһе. Беҙҙең өсөн Өфөнөң Рәсәйҙә танылған тармаҡ үҙәктәре иҫәбенә инеүе мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Шуның арҡаһында республикала яңы компетенциялар барлыҡҡа килә, лайыҡлы хеҙмәт шарттары менән абруйлы эш урындары булдырыла, ә бюджет һалымдар ала.
Асыу тантанаһында Радий Хәбиров Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республиканың почет грамотаһына – “Фармстандарт – Өфөвита” компанияһының генераль директоры Наил Низаметдинов, ә Башҡортостан Башлығының рәхмәтенә производство-келәт комплексы төҙөлөшө етәксеһе Евгений Чугунов лайыҡ булды.
Радий Хәбиров яңы майҙансыҡтың илдең иң ҙур фармацевтика предприятиеһы үҫешенең мөһим этабы булыуын билдәләне.
– Ике йыл элек был комплексты төҙөү буйынса башланғысты беҙҙең “Инвестиция сәғәттәренең” береһендә ҡараныҡ. Проект хуплау тапты, һәм мин уны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыуға шатмын, – тине Башҡортостан Башлығы. – Ҡатмарлы осорҙа Өфө заводы технологик суверенитетҡа өлгәшеү өсөн эшләүен дауам итә, дарыуҙарҙың киң линейкаһын сығара. Шул иҫәптән элек беҙҙең дарыуханаларға сит илдән килгән һәм илдә башҡа бер кем дә етештермәгән дарыуҙар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.