

Хәҙер республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән рөхсәтһеҙ халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнергә ярамай. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә бирелгән лицензиялар ғәмәлдә булмаясаҡ.
Яңыртылған талаптарға ярашлы, белгестәргә министрлыҡ бланкыһында рәсми рөхсәт алырға кәрәк. Документта ҡулланырға рөхсәт ителгән аныҡ дауалау ысулдары күрһәтеләсәк.
Рөхсәт алыу өсөн квалификацияны раҫлау, уҡыу тураһында документтарҙы күрһәтеү, шулай уҡ пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн йыһазландырылған бүлмә булдырыу талап ителә.
Бынан тыш, төбәктә Легаль халыҡ дауалаусыларының асыҡ реестры булдырыласаҡ. Ул Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында барлыҡҡа киләсәк.
Автор фотоһы.