Йәмғиәт
29 Сентября , 15:45

Бәхет артынан йүгерергә кәрәкмәй ул

Үҙ юлыңды һайла, шул саҡ бәхет үҙе һинең менән бергә барасаҡ. 

Бәхет артынан йүгерергә кәрәкмәй улБәхет артынан йүгерергә кәрәкмәй ул
Бәхет артынан йүгерергә кәрәкмәй ул

Мәҫәл. Ҡарт бесәй үлән өҫтөндә ҡояшта йылынып ята. Шул саҡ янынан бәләкәй бесәй сабып үткәнен күреп ҡала. Ул тегеләй-былай әйләнеп йүгереп тик йөрөй.

— Нимә эшләйһең? — ҡарт бесәй түҙмәй, ялҡау ғына һорау бирә.

— Үҙ бәхетемде тоторға тырышам! — тип саҡ-саҡ тын алып бәләкәй бесәй яуап бирә.

— Нимә? — ҡарт бесәй көлөп ебәрә.

— Миңә шулай әйткәйнеләр: ҡойроғом — ул минең бәхетем. Әгәр ҡойроғомдо тотһам, бәхетемде тотам, имеш. Бына өсөнсө көн инде ҡойроғом артынан йүгереп йөрөйөм. Ә ул һәр ваҡыт минең ҡулымдан ҡаса ла китә.

Ҡарт бесәйзең йөҙөндә үҙенә генә хас йылмайыу сағыла.

— Йәш булғанымда миңә лә шулай тип әйткәйнеләр: ҡойроғоң — һинең бәхетең. Мин шулай уҡ күп кенә көндәр ҡойроғом артынан йүгереп йөрөнөм. Ашаманым, эсмәнем, тик йүгерҙем генә. Арып йығылдым, торҙом да тағы йүгерҙем. Бер саҡ мин был эштән туҡтаным. Һәм беләһеңме, нимә күрҙем?

— Нимә? — ғәжәпләнеүен йәшермәй, һорауын бирҙе бәләкәй бесәй.

— Ҡайҙа ғына барһам да, ҡойроғом минең артымдан эйәрә. Бәхет артынан йүгерергә кәрәкмәй ул. Үҙ юлыңды һайла, шул саҡ бәхет үҙе һинең менән бергә барасаҡ.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Бәхетте эҙләп йөрөргә кәрәкме, әллә ул үҙе беҙҙең артыбыҙҙан эйәрәме?

Фото:нейроселтәр

Автор:Илмир Ҡотлогилдин