

Тиҙҙән – Республика көнө. Уға әҙерлек уңайынан бөгөн, 29 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев етәкселегендә ойоштороу комитеты ултырышы булды.
Байрам саралары 9 октябрҙән алып бер нисә көн дауамында барасаҡ. Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 600 самаһы уҡыусыны Шайморатов кластарына алыу, төрлө тармаҡтан һөнәр оҫталарына, шул иҫәптән хеҙмәт династияларына дәүләт наградалары тапшырыу планлаштырылған.
Республика көнө уңайынан тантаналы сара “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙа. Унда дуҫ илдәрҙән почетлы ҡунаҡтарҙың да ҡатнашыуы көтөлә. Ошо уҡ көндә, 9 октябрҙә, арҙаҡлы шәхес, 18 йыл дауамында КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты беренсе секретары булған Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асыласаҡ. Тантанаға олуғ дәүләт эшмәкәренең туғандары ла саҡырылған.
Баш ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы шулай уҡ тарихта ҡалыр мөһим ваҡиға көтә – заманса яңыртылған Ленин исемендәге парк асыла. Сара кискә планлаштырылған – кешеләр төрлө төҫтәрҙә балҡыған майҙандың бөтә матурлығын күрә аласаҡ.
Бынан тыш, Дуҫлыҡ монументына сәскә һалыу, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһына яҡын биләмәнең асыҡ һауалағы музейына самолет макетын урынлаштырыу, Көрәш һарайында Башҡортостан менән Ташкент өлкәһе спортсылары араһында ярыштар үткәреү планлаштырылған.
Байрам көндәрендә республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Уларҙың күбеһе 10 октябргә билдәләнгән. Ошо уҡ көндә Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында ат ярыштары үтә.
“Һәр сара үҙенсәлекле, сағыу, байрамса үтергә тейеш”, – тине Искәндәр Әхмәтвәлиев. Ул шулай уҡ халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүлеү мөһимлеген билдәләне. Байрам сараларына бәйле, ҡайһы бер урамдарҙа юл хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индереләсәк.
Валерий Шахов фотоһы.