

“Һаумыһығыҙ, апайҙар! Мин филология факультетында уҡыйым, быйыл һуңғы 5-се курсҡа барам. Үҙебеҙҙә, параллель төркөмдә уҡыған сит ил егете менән дуҫлашып киттек. Ул да бишенсе курста уҡый. Яңыраҡ егетем тәҡдим яһаны, никах уҡытып, бергә йәшәйек, ти.
Ул – мосолман иленән, уға кейәүгә сыҡһам, миңә лә дин ҡабул итергә тура киләсәк. Быға ҡаршы түгелмен, әҙермен. Ул турала күп һөйләшкәнебеҙ бар.
Сит ил кешеһе менән дуҫлашыуымды әсәйем быға тиклем дә яратып етмәй ине. Башта ныҡ ҡаршы булды. Али беҙгә ҡунаҡҡа килеп йөрөй башлағас, нисектер күнде, әммә гел мин уның менән ташлашырмын тип көттө шикелле.
Тағы ла бер мәсьәлә – минең балам бар. Уны 17 йәшемдә (18 тулып килә ине) таптым. Ауылда йөрөгән егетемдән. Теләһә ҡалай йөрөгән ҡыҙ тип уйламағыҙ, шулай килеп сыҡты инде. Уның менән беҙгә никах уҡыттылар, әммә беҙ ярты йыл да бергә йәшәй алманыҡ. Бала тыуғас та мин әсәйемә ҡайтып киттем.
Улыма бер йәш тулып барғанда, әсәйем үҙенә декрет отпускыһы алды һәм мин уҡырға индем. “Йәшмен әле, бала үҫер, һиңә һөнәр алырға кәрәк”, – тине. Шулай итеп, мин Өфөгә киттем. Ялдарымда ҡайтып йөрөйөм, әммә балам әсәйемә нығыраҡ бәйле. Улыма тиҙҙән алты йәш тула.
Бына хәҙер Али менән өйләнешергә булғас, әсәйем ныҡ ҡаңғыра, ҡайғыра башланы. Уҡып бөтөрҙәр ҙә, ул үҙ иленә ҡайтып китер, бер-береһен оноторҙар, тип көтә ине бит инде. Тик улай килеп сыҡманы. Хәҙер мине Алиның иленә ебәрмәҫ өсөн “балаңды ла алып кит, мин алып ҡалмайым” тигән шарт ҡуя. Юрый, мине ебәрмәҫ өсөн шулайта.
Мин уны аңлайым, әммә Алины ла яратам. Ә ул уҡып бөткәс, мотлаҡ ҡайтырға тейеш. Али балаға ҡаршы түгел, әммә туғандарына минең балам барлығын әйтә алмай, ата-әсәһенән ҡурҡа. “Һине алып ҡайтып, никах уҡытып, бер аҙ йәшәгәс, әйтербеҙ. Ул саҡта бер нимә лә эшләй алмаясаҡтар. Шунан улыңды килеп алырбыҙ”, - ти.
Ә әсәйемдең иң ҡурҡҡаны – мине билдәһеҙ илгә, белмәгән кешеләр араһына ебәреү. “Етмәһә, мосолман иле, унда тәртип, ҡағиҙәләр ҡаты”, ти. Шулайҙыр, әммә сит ил кешеһенә кейәүгә сығып, сит илдә йәшәгән кешеләр күп бит. Мин дә яратҡан кешем менән бәхетле булғым килә. Нимә эшләргә белмәйенсә, башым ҡатты инде.
Һеҙҙән кәңәштәр көтөп – Айзилә”.
(“Бәйләнештә”ге төркөмгә килгән хат).
Автор фотоһы.