

"20 йыл самаһы элек институтта уҡыған саҡта мин буласаҡ ирем менән таныштым. Ул ауыл егете ине, мин ҡалала үҫкән ҡыҙ. Беҙ бер-беребеҙҙе бик ныҡ яраттыҡ. Шул саҡта мин үҙемде донъялағы иң бәхетле кеше итеп тойҙом. Уҡыу тамамланғас, ул миңә өйләнешергә тәкдим итте. Ризалаштым. Башта, бер йыл тирәһе ата-әсәйемдә йәшәнек. Тик уға был йортта үҙ ҡанундарын ҡора алмауы оҡшаманы. Ошо ваҡыт эсендә мин ауырға ҡалғайным. Шул саҡ ирем миңә:
“Ауылға китәйек. Ферма тоторбыҙ, байырбыҙ. Шунынан яйлап ҡош фабрикаһы ла төҙөрбөҙ. Әгәр килеп сыҡмаһа, ҡурҡма, кире ҡалаға ҡайтырбыҙ” — тине.
Мин ни, уны бик ныҡ ярата инем, шуға уйламайса риза булдым. Ауылға күсеү тарихы ошонан башланды һәм әлеге көндә лә ауылда йәшәйем. Ике бала үҫтерҙем. Балалар баҡсаһы булмауға күрә, мәктәпкә уларҙы үҙем әҙерләнем. Шулай итеп көндәр үтте: баҡса, йорт эштәре, мал тыуар.... Ҡалалағы тормош бөтөнләй онотолдо. Ирем вәғәҙә иткән ферма ла, байыу ҙа булманы. Һөйләгәндәре хыял булып ҡына ҡалды.
Атай-әсәйем вафат булды. Улар менән бик аҙ ваҡыт үткәреүемә үҙемде ныҡ ғәйепләйем. Улар фатирҙы ейәндәренә васыят иттеләр. Хәҙер унда улым ғаиләһе менән тормош көтә.
Ә минең ғүмерем юғалды. Ирем мине ярата кеүек, әммә һалҡын. Ауылдан сыҡмайбыҙ ҙа тиерлек, ярты йылға бер балалар янына барып ҡайтабыҙ инде. Баҡсамды ҡаҙам, банкаларҙы әйләндерәм, тауыҡтарымды баҫтырып йөрөйөм — белһәгеҙсе нисек ялҡтым мин! Бына минең бөтә тормошом.
Ике әхирәтем бар, улар менән һөйләшеүҙәр шул баҡса, йорт-ҡура тураһында ғына. Йәшлегемде иҫкә алһам, күңелем әрней Матур ҡала тормошо, атай-әсәйем янымда, театр, кино, институт. Атай-әсәйем мине хатта диңгеҙгә лә алып барҙылар бит. Ә бында? Ял итеү тигәне —эскәмйәлә ултырыу һәм урам буйлап йөрөү менән генә сикләнә.
Бына шулай, мөхәббәт тип үҙ-үҙемде ҡорбан иттем... Әле лә уйлап ҡуям: әгәр шул саҡта ризалашмаһам, бәлки, тормошом бөтөнләй икенсе булыр ине? Тик хәҙер һуң инде..."
(Х. исемле ханымдың һөйләгәндәренән).
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Был ҡатындың тормошо ни өсөн шулай килеп сыҡҡан? Ул үҙе ғәйеплеме, әллә яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәре шулай буламы?
Фото:нейроселтәр