Йәмғиәт
1 Октября , 15:35

Йомортҡаны нисә минут бешерергә?

Ябай эш һымаҡ булһа ла, үҙенең сере бар икән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йомортҡаны нисә минут бешерергә?Йомортҡаны нисә минут бешерергә?
Йомортҡаны нисә минут бешерергә?

“Йомортҡаны кем дә бешерә инде, уның ни ҡатмарлығы?” тиһәгеҙ ҙә, нескәлектәрен белеп ҡуйыу һеҙгә зыян итмәҫ. Уны бешеү ваҡыты һыу ҡайнап сыҡҡандан алып иҫәпләнә.

3-4 минут ҡына ҡайнатһағыҙ, һарыһы шыйыҡ булып ҡаласаҡ, ағы бешер-бешмәҫ булыр.

5-6 минут бешергән осраҡта – ағы бешеп өлгөрөр, һарыһы ярым шыйыҡ буласаҡ.

8-10 минут дауамында ҡайнатҡанда – йомортҡаның ағы ла, һарыһы ла ҡаты итеп бешеп сыға.

Йомортҡаны саманан тыш оҙаҡ бешереү ҙә кәңәш ителмәй. Юҡһа уның файҙалы үҙенсәлектәре кәмей.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева