Йәмғиәт
2 Октября , 18:40

Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә

Ҡайһы бер райондарҙа ап-аҡ итеп яуып һалды ла инде. Бигерәк тә  водителдәргә үтә һаҡ булырға, тиҙлекте сикләүҙе һәм хәүефһеҙ арауыҡты үтәргә, киҫкен маневрҙар яһамаҫҡа саҡырабыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөләҠар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә
Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә

Көҙҙөң икенсе айы көтөлмәгән һынауҙары менән башланды. Кисә республиканың ҡайһы бер райондарында ҡар ҡатыш ямғыр, боҙборсаҡ яуған. Әбйәлил районының МТС ауылында көслө боҙборсаҡ яуыуы хаҡында хәбәр иттеләр.

Ял көндәрендә лә һауа торошо ҡыуандырмай. 

Шәмбе һәм йәкшәмбе, 3 һәм 4 октябрҙә, ямғыр һәм епшек ҡар көтөлә, һауа температураһы төндә -5°С-ҡа тиклем төшә, көндөҙ +3°С-тан +8°С-ҡа тиклем йылы. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ булыуы мөмкин, төньяҡтан көслө ел иҫеүе менән оҙатыла.

Синоптиктар алдағы көндәрҙә республика буйынса ямғыр һәм ҡар ҡатыш ямғыр рәүешендәге яуым-төшөмдөң айырым биләмәләрҙә уртаса кимәлгә етеүен фаразлай. Айырым райондарҙа төндә һәм иртәнге сәғәттәрҙә боҙлауыҡ булыуы көтөлә. 5 октябрҙә көнсығыш райондарҙа электр сымдарына һәм ағастарға ҡар һырыуы, ваҡытлыса ҡар япмаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Автоһәүәҫкәрҙәргә үҙҙәренең машиналарының техник яҡтан яҡшы торошон тәьмин итергә һәм йәйге шиналарҙан ҡышҡы шинаға күсеүҙе уйларға кәрәк, тип иҫкәрттеләр ведомствола.

Юлдарҙы хеҙмәтләндереүҙең бригадалары водителдәрҙе үтә һаҡ булырға, тиҙлекте сикләүҙе һәм хәүефһеҙ арауыҡтарҙы үтәргә, ҡапыл маневрҙар яһамаҫҡа саҡыра. Имен-һау булығыҙ, яҡындарығыҙҙы ҡарағыҙ!

Төндә һәм иртән юлдарҙа айырым урындарҙа томан төшөүе, күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем кәмеүе көтөлә.

Фото: МТС ауылы төркөмөнән.

Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә
Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә
Автор:Карима Усманова