

Хәлил бала сағынан өләсәһенең доғалар уҡып ултырғанын хәтерләй. Балалығы, йәшлеге менән иғтибар итмәне ул уға тәүҙә. Ә бер ваҡиға ғүмерлеккә ҡарашын үҙгәртергә мәжбүр булды.
Уҡып бөтөп, яҡшы ғына ғына эшкә урынлашырға тип йөрөгән сағы ине. Үҙенең көсөнә ышана, теләгән еренә эшкә кереренә лә шикләнмәй ине.
Уның алдынан ауылға ҡайтып, ата-әсәһенең, өләсәһенең хәлен белеп килергә булды. Бер юлы дипломы менән дә маҡтанырға ине иҫәбе.
Ауылда һәр ваҡыттағыса көтөп алдылар Хәлилде. Яҡшы итеп эшләп китеүен теләнеләр. Шулай ҙа Хәлил өсөн иң ныҡ шатланғаны һуғыш осоронда үҫеп, теләһә лә уҡыу эләкмәгән Мәрйәм өләсәһе булғандыр.
–Аллаға шөкөр инде. Һинең ҙур уҡыу йорттарын тамамлауыңды күреү бәхетенә лә өлгәштем. Улым, ҙур урынға эшкә урынлашырға барам, тиһең. Бына һиңә доға яҙып ҡуйҙым. Ошо доғаны уҡып, теләктәреңде теләп бар, – тип өләсәһе ҡулдан яҙған доғаһын Хәлилгә бирҙе.
Хәлил был күренешкә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
–Өләсәй, был доғаны уҡымаһам да эшкә урынлашасаҡмын. Ул бер нәмә лә хәл итмәй, уны уҡыуҙың бер файҙаһын да күрмәйем, – тип өләсәһенең ҡулынан доға яҙылған ҡағыҙҙы алды ла ситкә һалып китеп барҙы.
–Ҡуй, улай тимә, балам. Аллаһ Тәғәлә ҡушмаһа, япраҡ та һелкенмәй,– тип өләсәһе йүгереп барып ҡағыҙҙы алды ла, ҡәҙерләп кенә мендәре аҫтына һалып ҡуйҙы.
Бер көндән Хәлил ҡалаға китте. Үҙе теләгән ойошмаға алдан шылтыратып буш урын барлығын белешкәйне, шуға бик ышаныслы барып керҙе.
–Һинең һөнәр буйынса белгес кәрәк, тип иғлан биргәйнек шул. Саҡ ҡына һуңланың. Кисә генә бер егетте эшкә алдыҡ. Буш урын килеп сыҡһа, хәбәр итербеҙ, – тинеләр Хәлилдең ҡыҙыл дипломын кире һуҙып.
Хәлилдең аяҡ аҫтында ер ишелгәндәй булды. Нисек ышанғайны бит үҙенә. Шунда өләсәһенең доға яҙылған ҡағыҙын ташлап китеүе күҙ алдына килде. “Аллаһ ҡушмаһа, япраҡ та һелкенмәй бит, улым” тигән һүҙҙәре лә яңғырап китте.
Урынлашты ул эшкә, ләкин унда хеҙмәт хаҡы ике тапҡыр кәмерәк ине. Бер йылдан үҙе теләгән ойошмаға эшкә саҡырҙылар. Унда барыр алдынан Хәлил өләсәһенә матур күлдәк алып ҡайтты, унан доғалар уҡытты. Берәүһен үҙе лә ятлап алды.
Бына шул ваҡыттан алып Хәлил оҙон юлға сыҡһа ла, ниндәйҙер ҙур эш башларға ниәтләһә лә , өләсәһе өйрәткән шул доғаны уҡый.
Өләсәһе был донъяла юҡ инде. Ә уның ятлатҡан доғаһы Хәлилдең күңеленә мәңгелеккә һеңеп ҡалды.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!