

"Атайҙы кисереп булырмы, юҡмы... Йәш саҡта мин гел алдағы көндө уйлап йәшәнем, кейем-һалым тураһында ҡайғырттым. Ә бына олоғая төшкәс, бала саҡ хәтирәләре йышыраҡ иҫкә төшә. Гел уйландыра.
...Йәйге көн ине. Ҡапҡаның асылып-ябылыуын ишетмәй ҡалдыҡ. “Күренмәгеҙ күҙемә!” – тигән тауыштың үҙенән алда килеп инеүенә беребеҙ ҙә әҙер түгел инек. Әсәй ҙә аптырап ҡалды. Беҙ ҙә. Беҙ тигәнем – эреле-ваҡлы биш бала. Мин – өлкәне.
Өлкән тип тә инде, һигеҙ йәш тулды үҙемә. Ҡул араһына инеп, әсәйгә терәк булып үҫеп киләм. Ләкин әсәй серҙәрен һөйләмәй, ни булды һеҙгә, тип һораһам да, эй-й, ҡыҙым, ти ҙә ауыр һулай. Башҡаһын әйтмәй. Элек нисек йәшәгәндәрҙер, белмәйем, өләсәй уларҙы бик яратып өйләнештеләр тип һөйләй. Ләкин үҙ-үҙемде белә башлағандан бирле улар эт менән бесәй кеүек йәшәй. Әсәй күпселек өндәшмәй, атай ниңәлер гел уны ғәйепләй ине. Хәйер, уларҙың ике арала ни булғанын тикшереү минең эш түгел, хәҙер ҙә асыҡларға тырышҡаным юҡ. Ә ул көндө...
Атайҙың екеренеүе баҫылыр тип уйланыҡ беҙ. Һәр кем урынында баҫып тора бирҙе. Әсәй минең яҡҡа бер генә күҙ һалды, атайығыҙҙы тыңлай күрегеҙ, иламағыҙ, тигән һүҙен аңлап, төпсөк һеңлемә барып тотондом, имеш, уны уйнатам. Иламаһын ғына, атайҙың асыуын килтермәһен.
Атай, һүҙе үтәлмәүен күрепме, әсәйгә барып йәбеште. Сәсенән тарта булыпмы, яулығын йолҡоп алды, унан иҙәнгә йығып һалды ла типкеләргә тотондо. Мин ҡурҡышымдан аҡырып илап ебәрҙем. Ниндәй көс этәргәндер, атайға барып йәбешкәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Минең арттан ҡустым менән уртансы һеңлем дә, килеп, атайҙың салбар балығын тартырға керештеләр.
Өйҙә илаш, сыр-сыу - бер әсәй генә өндәшмәй. Күршеләр ишетмәһен тигәндерме, белмәйем. Бәләкәй яҡта өләсәй ҡамыр менән булыша ине, ул да беҙҙең яҡҡа сыҡманы.
Әсәйҙе туҡмауҙан арып туҡтаһа ла, ярһыуын тыя алмайынса, атай өйҙәге йыһазды ҡыйратырға тотондо. Уртала торған өҫтәл осоп китте. Ултырғыстар ҙа әле бер, әле икенсе мөйөшкә барып төштө. Көҙгө лә ватылды.
Әсә, түҙмәне, теләйһең икән, сығып кит, һине бер кем тотмай, үҫтерермен балаларҙы, тине лә аяғына баҫыуға кире иҙәнгә ауҙы... Ул көндө тора алманы, бөтөн ере ҡанға батҡас, машина табып, дауаханаға алып киттеләр. Ярай әле, күрше апай бөтә нәмәне хәстәрләп йөрөнө. Әсә шым ғына мине ярҙам артынан йүгертмәһә, ул көндө иҫән ҡалыр инеме икән, белмәйем...
Атай сығып китеүҙән ҡабат ҡайтманы. Өләсәй, унан уҙып, бер генә бөртөк тә яҡшылыҡ эшләмәне.
Әсәйҙең ҡарынындағы балаһы төшөүе бер хәл, уның умыртҡа бағанаһына ла зыян килгән булып сыҡты. Оҙаҡ йылдар түшәктә ятты. Аяғына баҫып йөрөй башлағас та, күпселек ятып торорға тырышты – хәле бөтә ине. Беҙ быға ла риза инек, иң мөһиме, иҫән булһын!
Бына шул көндән мин өлкәнәйҙем. Һыйыр һауам, көтөүгә ҡыуам, тыуыҡтарҙы, ҡаҙ-өйрәктәрҙе ҡарайым, тиреҫ түгәм... Ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләү ауырлығы беҙҙе һындырыр тип көткән атайҙы "бәхетле" итмәнек. Олатай – әсәйемдең атаһы иҫән ине, ул булышты. Йәй буйы ҡырҙан ҡайтып инмәһә-инмәне, әммә малдарҙы аҙыҡһыҙ ҡалдырманы.
Атай, сығып китеп, икенсе йортҡа барып инде. Араларына өсөнсө кеше ингәндерме, береһен дә ғәйепләмәйем. Атайҙың ул ғаиләлә үҙ балаһы булманы, әммә ҡатыны, бик сибәр апай, атайҙы көйләп кенә йәшәне булһа кәрәк. Атай ҙа, миңә бала түгел, ҡатын кәрәк, тигән, имеш.
Ауылда бит өйҙәге һүҙ бик тиҙ урамға тарала. Уныһына иҫем китмәне, бер генә әрнеүем бар – атай беҙҙе бар тип тә белмәй йәшәне. Ярҙам да итмәне, булышманы, ҡустыларымды эшкә өйрәтмәне. Нимә ашайбыҙ, нимә кейәбеҙ – белмәйенсә, ҡаршыһына килһәк тә, күрмәйенсә йәшәне. Бер яҡшылығы булдф: үҙ өйөн беҙгә ҡалдырып китте, ҡыуып та сығара алыр ине. Ләкин өй тигәне лә бик иҫке ине, үҫкәс, беҙ уны яңыртып төҙөнөк.
Хәҙер атай яңғыҙ. Ҡатыны үлде, беҙҙең әсәй ҙә мәрхүмә инде. Бүлешер әйберебеҙ юҡ, ләкин аралашмайбыҙ. Атай икәнлеген аңлай күңел, тик уны һағынған саҡтарҙа ул беҙҙе бар тип тә белмәне. Хәҙер ул үҙе, бәлки, беҙҙе һағына торғандыр, кәрәгебеҙ барҙыр, әммә күңелдә уға ҡарата битарафлыҡ.
Мәҙинә К."
Автор фотоһы.