Йәмғиәт
4 Октябрь , 04:15

Бер туған һеңлеһе үлгән урында вафат булған

Ҡатындың бәләкәй ҡыҙы әсәһенең юҡлығын һаман белмәй...

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер туған һеңлеһе үлгән урында вафат булғанБер туған һеңлеһе үлгән урында вафат булған
Бер туған һеңлеһе үлгән урында вафат булған

Быйыл йәй, 26 июлдә, Иглин районының Оло Тәләк ауылында ҡурҡыныс фажиғә булды: биш бала әсәһе машинанан тапалап һәләк булды. Был көн ғаиләнең тормошон икегә бүлә. Биш бала етем ҡала, ә яңғыҙ ҡалған тормош иптәше әле һаман ғәҙеллек эҙләй.

Оксана исемле ҡатынға 38 йәш була. Йәйге кистә уны иҫерек ҡатын бәрҙерә һәм фажиғә урынынан ҡаса. Ғәйепле ҡатын тиҙ арала табылып, ҡулға алына, ләкин күп тә үтмәй, уны иреккә сығаралар. Енәйәт эшен оҙаҡламай судҡа тапшырасаҡтар, ә һөйөклө ҡатынын юғалтҡан ире Руслан рулдәге ҡатын язанан ҡаса ала тип хафалана. Был хәл тураһында “КП-Өфө” баҫмаһы яҙҙы.

Был тарихта шуныһы ҡот осҡос: ошо уҡ урында бер нисә йыл элек Оксананың бер туған һеңлеһе шулай уҡ машина тәгәрмәсе аҫтында ҡалып һәләк булған. Ике ҡыҙын да аварияла юғалтҡан ҡатын был фажиғәне бик ауыр кисерә. Ул көн һайын тиерлек ҡыҙҙары янына зыяратҡа килә.

– Мин йәшәмәйем, ә күләгәм генә йөрөй кеүек. Ейән-ейәнсәргә ярҙам итергә кәрәк, бәләкәйҙәр әле улар. Уларға әсәләрен алмаштыра ла алмайым, әммә бик тырышам. Бәләкәй ейәнсәр йөрәкте өҙә: “Минең әсәйем иң матуры һәм һәйбәте, ул ауырый, дауаханала ята”, – ти. Тыңлай алмай илайым, шуға янынан китә һалам, күҙем ауырта тием, – тип һөйләгән әсәһе.

Оксана ул кисте әхирәтендә була һәм йәйәүләп ҡайтырға сыға. Танышы уны машинала алып барып ҡуйырға тәҡдим итә, тик ҡатын саф һауала атларға теләй һәм баш тарта. Әхирәттәр юлдың ситенән китеп барған була, шул ваҡыт әллә ҡайҙан ҙур тиҙлектә килеп сыҡҡан “Хендай Соната” уны бәрҙерә һәм ҡараңғылыҡта юҡ була. Оксана ваҡиға урынында уҡ йән бирә, ә иртән полиция Урман ауылында ташлап ҡалдырылған машинаны таба. Рулдә Өфөнән 37 йәшлек ҡатын ултырған булып сыға. Ҡулға алынған саҡта ул ныҡ иҫерек була һәм баш ҡалаға китер өсөн такси көтөп йөрөй.

Әсәйһеҙ ҡалған ғаиләлә дүрт ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләнә. Уларҙың иң ҙурына 17, ә иң бәләкәйенә өс кенә йәш. Ғаилә башлығы әйтеүенсә, иң ауыры был хәбәрҙе балаларына еткереү була.

– Төнө буйы авария урынында булдым, иртән ҡайтҡанда балалар йоҡлай ине. Тупһала бик оҙаҡ ултырҙым, уларға юғалтыу тураһында әйтә алманым. Үҙем дә иртә ата-әсәйһеҙ ҡалдым һәм бының ни тиклем ауыр икәнлеген беләм. Һөҙөмтәлә, өлкәндәренә хәбәр иттем, ә бәләкәскә һаман әйтә алмайбыҙ. Ул әсәһе дауаханала ята тип уйлай. Уға психологик яра һалғы килмәй, – тигән ул.

Ғәйепле ҡатынға килгәндә, тәүҙә ул СИЗО-ла ултырған, ләкин һәйбәт адвокат яллап, өйгә ҡайтыуға өлгәшкән.

– Уның ике бәләкәй балаһы бар, уларҙы ҡарарға кәрәк тип үҙен йәлләткән. Ә минең биш баламдың әсәйһеҙ ҡалыуы уны борсомай. Хатта ғәфү лә үтенмәне, беҙҙең менән бәйләнешкә лә сыҡманы. Адвокаты ғына шылтыратып аҡса тәҡдим итеп маташты. Мин үҙем дә аҡса эшләй беләм. Аҡса кәрәкмәй, уның яза алыуы мөһим. Тик һәйбәт адвокаты уны язаһыҙ ҡалдырып ҡуйыуы бар, шуға борсолам, – ти Руслан.

Сығанаҡ һәм фото: https://www.ufa.kp.ru/daily/277821.5/5310818/ 

Автор:Альфия Мингалиева