

Башҡорт хужабикәһе булараҡ билдәле булған блогер Миләүшә социаль селтәрҙә яңы видеояҙма һалды. Унда ул үҙенең бизнестарын ябыуы тураһында хәбәр итте. Һүҙ уның үҙ бренды аҫтында тегелгән кейемдәре һәм биологик актив өҫтәмәләр тураһында бара. Уларҙы Миләүшә “ВБ” аша һата ине.
Видеояҙмала Миләүшә ире Альберт менән тороп ҡалған тауарҙарын арзан хаҡҡа һатыуға китеп бара. Уның белдереүенсә, йәй көнө маркетплейс келәттәренә булған һөжүм ваҡытында уның миллион ярымлыҡ тауары янып әрәм булған. Шуға күрә ул был бизнесын ябыуы һәм башҡаса шөғөләнмәүе тураһында әйтте.
– Беҙ, әлбиттә, бик ҡайғырҙыҡ. Әле хәлде ҡабул иттек. Артабан кейем текмәйбеҙ. Эшләп ҡараныҡ, эш барманы, тимәк китергә кәрәк, – ти ул.
Шулай уҡ ире Альберт йорттар төҙөп һатыу бизнесын да ябыуҙары тураһында хәбәр итте. Ғаилә был эш менән 18 йыл шөғөлләнгән, һәйбәт килем алған. Ләкин һуңғы осорҙа төҙөгән йорттарҙы һатыу менән проблемалар башланған һәм шуға күрә улар башҡаса бының менән шөғөлләнмәҫкә ҡарар иткән.
Башҡорт хужабикәһе әйтеүенсә, әлеге ваҡытта улар артабар нимә менән шөғөлләнергә икәнлеген белмәй һәм уйлана.
Фото: видеонан скриншот.