Йәмғиәт
3 Октября , 19:30

Ниндәй бүләк бирмәүегеҙ яҡшы?

Бүләк һайлауы ҡатмарлы эш. Ысын күңелдән бүләк биргәндә лә кешене уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыуығыҙ ихтимал, шуға кәңәштәребеҙ һеҙгә зыян итмәҫ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ниндәй бүләк бирмәүегеҙ яҡшы?Ниндәй бүләк бирмәүегеҙ яҡшы?
Ниндәй бүләк бирмәүегеҙ яҡшы?

Ысын күңелдән бүләк биргәндә лә кешене уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыуығыҙ ихтимал. Бигерәк тә әгәр бүләк ҡабул иткән кеше төрлө юрауҙарға ышанып бара икән. Шуға кәңәштәребеҙ һеҙгә зыян итмәҫ.

Сәғәт бүләк итмәҫкә тырышығыҙ. Ул айырылышыуға, талашыуға килтерә тиҙәр.

Бысаҡ, ҡайсы кеүек осло әйберҙәрҙе лә бүләккә һайламағыҙ. Улар ҙа ыҙғыш сығанағы булараҡ ҡабул ителә.

Көҙгө лә бүләк итеп бармайҙар. Бүләк ителгән көҙгө уңышты, һаулыҡты алып китә, тигән юрау бар. Бигерәк тә боронғо көҙгөләрҙе бүләк итеүгә һаҡ ҡарағыҙ.

Ҡулъяулыҡты ла бүләк итергә тырышмағыҙ. Уны күҙ йәше, хушлашыу билдәһе итеп уйлаусылар бар.

Күптәребеҙ ынйы (жемчуг) биҙәүесен шатланып ҡабул итһә, төрлө юрауҙарға ышанғандар, уны күҙ йәше, күңелһеҙлек билдәһе итеп  фаразлай.

Тәпешкә лә ошо исемлектә, уны сир менән менән бәйләгәндәр.  

Ә бына буш янсыҡ аҡсаһыҙлыҡҡа килтерә тигән юрау бар.

Шулай уҡ һары сәскәне лә ауыр итеп ҡабул итеүҙәре  ихтимал. Уны айырылышыу, көнләшеү билдәһе  тиҙәр.

Бүләк алыусыны уңайһыҙ хәлгә ҡалдыра торған башҡа бүләктәр ҙә бар. Мәҫәлән, халат, футболка кеүек кейем бүләк иткәндә үлсәмен, стилен белмәүегеҙ ихтимал. Сувенир алырға ла ҡабаланмағыҙ. Күптәр уны туҙан йыйып ултыра торған әйбер тигән фекерҙә. Алдан килешмәй тороп төрлө йәнлек һындары ла бүләк итеп ҡуймағыҙ. Бындай сюрпризға был йортта урын булмауы бар. Өҫтәүенә берәйһенең уға ҡарата аллергия ла булһа.

Һеҙгә теләк –  бүләгегеҙҙе һәр ваҡыт шатланып ҡабул итһендәр.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Резеда Шәнгәрәева