

Башҡортостандың автозаправка станцияларында канистрҙарға яғыулыҡ тултырыу тыйылмай. Был хаҡта "Роспотребнадзор"ҙың республика идаралығының UTV телеканалы һорауына биргән яуабында әйтелә. Ведомство АЗС-тарҙың техник эксплуатацияһын көйләүсе ГОСТ Р 58404-2019 милли стандартына һылтанма яһай.
Документҡа ярашлы, яғыулыҡты быяла һауыттарға ҡойоу тыйыла. Пластик һауыттарға килгәндә, уларҙа етештереүсенең нефть продукттарын һаҡлау өсөн яраҡлы булыуы тураһында маркировкаһы булырға тейеш.
Тағы бер талап — канистрҙың күләме яғыулыҡ таратыу колонкаһы биргән минималь дозанан артығыраҡ булырға тейеш. Был минимум етештереүсенең эксплуатация-техник документацияһында яҙылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: йәй Башҡортостанда яғыулыҡ көрсөгө билдәләре күренгәс, заправкалау станциялары бензинды һәм дизель яғыулығын канистрҙарға һатыуҙан туҡтағайны. Шул уҡ ваҡытта күләм буйынса сикләүҙәр ҙә индерелгәйне. Әкренләп был сикләүҙәр бөтөрөлдө.
Фото: нейроселтәрҙән.